Ашҡаҙар
+11 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Ноября 2022, 09:01

Тәгәрмәстәрегеҙҙе алыштырырға ваҡыт

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев 14 ноябрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә автоһәүәҫкәрҙәрҙе тиҙ арала автомобилдәренең тәгәрмәстәрен алмаштырырға саҡырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәгәрмәстәрегеҙҙе алыштырырға ваҡытТәгәрмәстәрегеҙҙе алыштырырға ваҡыт
Тәгәрмәстәрегеҙҙе алыштырырға ваҡыт

«Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, 7-13 ноябрҙә 73 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 88 кеше зыян күргән һәм 7 кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар иғтибарына! Һауа шарттары боҙола, юлда боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡышҡы шарттарҙа хәүефһеҙ йөрөү өсөн үҙ ваҡытында йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырыуығыҙҙы һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт итте министр водителдәргә.

Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлау һауа торошоноң боҙолоуы ауыр эҙемтәләргә килтергән юл фажиғәләренең күп тапҡырға артыуына йоғонто яһауын күрһәтте, тине ведомство етәксеһе.

 

Автор:
Читайте нас