Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Декабрь 2022, 10:00

Бер көнлөк байрам кәйефе бер ғүмер хаҡына

Яңы йыл байрамдары етеүгә бер ай ваҡыт ҡалды. Өйҙә байрам кәйефен булдырыу өсөн күптәр өйҙәренә шыршы алып ҡайта ла башланы.  

Бер көнлөк байрам кәйефе  бер ғүмер хаҡына
Бер көнлөк байрам кәйефе бер ғүмер хаҡына

Әммә күптәр уны рөхсәтһеҙ, урмандан ҡырҡып алып ҡайта. Ошо етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында республикала “Шыршы – 2022” операцияһы башланды. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы 21 ноябрҙән 31 декабргә тиклем “Шыршы – 2022” ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһын уҙғара. Ул ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролдә тотоу өсөн уҙғарыла.

Операция барышында урман инспекторҙары эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймау маҡсатында урмандарҙы, шыршы ташыған транспорт сараларын тикшерә. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршыларҙы һатыуға юл ҡуймау өсөн һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сауҙа урындары буйлап рейдтар үткәреү күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн енәйәтсе административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. Граждандар өсөн һалынған штраф күләме 3-4 мең һум булһа, юридик шәхестәргә 300 мең һумға тиклем барып етә. Закон боҙған кеше штрафтан тыш урман фондына килтергән зыянды ла ҡапларға тейеш. Зыян хаҡы биш мең һум йә унан да күберәк күләмдә иҫәпләнә икән, ғәйеплеләр енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был статья буйынса иң ҡаты яза – алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Бер көнлөн байрам кәйефе тип, урманда бер ағастың ғүмерен ҡыймайыҡ, йәмәғәт.


Ринат ЗӘЙНУЛЛИН,
БР дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Стәрлетамаҡ район-ара бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Автор:
Читайте нас: