Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Декабрь 2022, 10:42

Башҡортостанда һыуыҡтар һаҡлана

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -11, -16 градус була.

Башҡортостанда  һыуыҡтар һаҡлана
Башҡортостанда һыуыҡтар һаҡлана

Шишәмбе, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә -18, -23, урыны менән -26, -31 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -13, -18.

Шаршамбы, 7 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24, урыны менән -27, -32, көндөҙ -13, -18.

Автор:
Читайте нас: