Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Декабрь 2022, 09:45

Боронғоса ҡыш килә

Быйыл республикала ҡыштың тәүге айы былтырғыға ҡарағанда һыуығыраҡ буласаҡ, хәйер, быны урамға сыҡҡан арала уҡ һиҙеп тораһығыҙҙыр. Уртаса айлыҡ һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк – -10,8 градус тирәһе буласаҡ, тип хәбәр итәләр синоптиктар.

Декабрҙә ҡар күп булмаясаҡ, сөнки айлыҡ яуым-төшөм норманан түбәнерәк буласаҡ (норма – 30-50 миллиметр). Декабрҙең тәүге декадаһы арктик һауа ағымы менән аптыратыр: был арала еңелсә ҡар яуып, һыуыҡ һауа бит-ҡулдарҙы семетеп алыр. Көндөҙ термометр бағанаһы уртаса -14, -18 градус, төндәрен ҡайһы бер райондарҙа -24, -26 градусҡаса туңдырыр. Бының сәбәбе – көслө Себер антициклоны (Себер тарафынан көслө ел иҫеүе).

Унан һуң һалҡындар йомшарыр, 9, 10, 11, 12 декабрҙә көндөҙ -2,-5 градусҡаса, төндәрен -6,-11 градусҡаса төшөр. Хәйер, бындай һауа торошо оҙаҡҡа бармаҫ – 13 декабрҙән 20-нә тиклем йәнә һыуытасаҡ. Көндөҙ һауа температураһы -15,-20 градус, төндә -16,-21 градус буласаҡ тип көтөлә.

Ә инде декабрҙең өсөнсө декадаһы Башҡортостанда йәшәүселәргә ҡаты һалҡындар алып килмәксе. Көндөҙ -20,-21 градус булһа, төндә -25,-32 градусҡа тиклем һыуытыр. Яңы йыл төнө лә һалҡын буласаҡ, һауа температураһы -26 градусҡа тиклем етәсәк, еңелсә ҡар яуып алыр, тип көтөлә.

 Ғөмүмән, боронғоса, матур ҡыш килә. “Йәй туныңды ҡалдырма, ҡышын үҙең беләһең” тигән боронғолар. Алыҫ юлға сыҡҡанда үҙегеҙ менән мамыҡ шәл, быйма алырға онотмағыҙ! Нисек кенә булмаһын, кейенеп, үҙегеҙҙе һаҡлап йөрөгөҙ, йәмәғәт!

 Р. САФИНА.

Боронғоса ҡыш килә
Боронғоса ҡыш килә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: