Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Декабрь 2022, 07:13

Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо норма яҡын була

Әгәр декабрҙең беренсе декадаһы норманан 7-11 градусҡа һыуығыраҡ булһа, икенсе ун көнлөктә йылытыуы ихтимал, - тип хәбәр итә синоптиктар

Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо норма яҡын булаРеспубликала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо норма яҡын була
Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо норма яҡын була

Уҙған ял көндәрендә, ниһайәт, республикала йылытты. 13-15 декабрҙә уртаса һауа температураһы — нормаға яҡын, республиканың көнбайышында иһә норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ була.

Һауа температураһы төндә -10, -17°, көндөҙ -5, -10°.

Республиканың көнсығышында һалҡыныраҡ була: төндә -20, -25°, көндөҙ -15°.

Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

20 декабргә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас