Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Декабрь 2022, 13:31

Законһыҙ һунар итеүселәр тотолған

Бөрйән районының Байғаҙы ауылы эргәһендә айыуға законһыҙ һунар итеү осрағы асыҡланған.

Законһыҙ һунар итеүселәр тотолған
Законһыҙ һунар итеүселәр тотолған

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районы буйынса юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән бергә рейд барышында законһыҙ рәүештә айыу атыу осрағын асыҡлаған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Байғаҙы ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта полиция хеҙмәткәрҙәре 54, 38, 35 йәштәге өс ирҙе енәйәт урынында ҡулға алған һәм полиция бүлегенә алып киткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға тиклем хөкөм ителгән 54 йәшлек ирҙең һунар итеү өсөн лицензияһы булмаған, ләкин был уға урманға һунар итергә килергә ҡамасауламаған. Ғәйепләнеүсе айыуҙы өңөндә күреп ҡалып, ошо мәлдән файҙаланырға хәл иткән. Ул хайуанды атып үлтергән, ләкин түшкәһен бүлеүҙе бер үҙе башҡарып сыға алмаған. Шул саҡта яҡында ғына йәшәгән кешеләр уға ярҙам иткән. Башланған эш тамамланмай ҡалған, браконьерҙарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.

Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Тентеү барышында хоҡуҡ һаҡсылары ике һунар ҡоралы, 20-нән ашыу патрон, бысаҡ һәм хайуан түшкәһен тартып ала. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһындағы мәсьәлә хәл ителә.

 

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: