+3 °С
Болотло
Бөгөн Башҡортостанда көслө ел буласаҡ, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Юлдарҙы хәтәр боҙлауыҡ, ағастарҙы һәм тимер сымдарҙы ҡар һырынтылары ҡаплауы көтөлә.
«Хөрмәтле автомобилселәр, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, дистанция тоторға тырышығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә онотмағыҙ, юлда барғанда гаджеттарығыҙҙы ситкә алып ҡуйығыҙ. Ҡыйын юл участкаһына етәрәк тиҙлекте аҡрынайтығыҙ, бүтән машиналарҙы уҙып китмәгеҙ. Йәйәү китеп барыусыларға таймай торған аяҡ кейеме кейергә һәм ипле йөрөргә кәңәш итәбеҙ», – тип аңлаталар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Р.САФИНА.