Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Ғинуар 2023, 18:50

Ай-һааай, семетә генә селлә!

Бына бит-ҡулдарҙы семетер селлә лә килеп етте.  Һай,  беҙҙә ҡыш уҫал була шул. Әле бер нисә көн элек кенә көндәр йылытып, епшек ҡар яуып тора ине,  әсе елдәр иҫеп, ыжғыр буран сығып, юлдарға йырып сыҡҡыһыҙ көрт һалды. Хәҙер килеп елеккә үтеп инерлек ҡаты һыуыҡтар башланды. Һәр хәлдә, синоптиктарҙың  ҡаты һыуыҡтар көтөлә тип фаразлауҙары дөрөҫкә сыҡты. 

Мәҫәлән, кисә-бөгөн таңға ҡарай Башҡортостанда минималь һауа  температураһы -39,1 градусҡаса еткән, республиканың ҡайһы бер көнсығыш райондарында -27, -30 тирәһе булған. Ҡаты һыуыҡ Мәләүез ҡалаһы метеостанцияһында -40,5 градус, Белорет районы Туҡанда 40,4 градус теркәлгән. Былары рәсми рәүештә теркәлгән. Ә социаль селтәрҙәргә күҙ һалһаҡ, унда термометр бағанаһының  -49 градусҡа еткән осраҡтарын да төшөрөп һалғандар. Хатта күптәр, аккумуляторы туңыу арҡаһында, машинаһын тоҡандыра алмаған. Ә Яҡутстанда хатта  һыуыҡ -59 градусҡа еткән,  Оймякондың туғыҙ пунктында -45 градус теркәлгән.

Бындай  зәһәр һыуыҡтар ҡырҡ йылдан ашыу булғаны юҡ ине. Күптәр хәтерләйҙер, 1978 йылғы Яңы йылда бик  ҡаты һыуыҡтар торҙо. Ул ваҡытта хатта Стәрлетамаҡ аша үткән поездар йөрөмәне.

Башгидрометүҙәк  ведомствоһынан  хәбәр итеүҙәренсә, бындай уҫал көндәр әле генә сигенергә уйламай.  Республикала  ҡаты һыуыҡтар торасаҡ әле, б!г!н дә  минималь һауа температураһы төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә -40, -45 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  алдағы көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, көндәр аяҙ торасаҡ. Термометр  бағанаһы  -32, -37 градусҡа етәсәк,  көндөҙ -21, -26 градус тирәһе буласаҡ тип көтөлә. Шулай ҙа, аҙнаның икенсе яртыһында ҡаты һыуыҡтар сигенәсәк, тип фаразлана.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, аномаль һыуыҡтар арҡаһында, көслө дауыл сығыуы ихтимал, тип тә иҫкәртә. Бындай һауа шарттарында алыҫ юлға сыҡмай торғаның хәйерле. Өшөмәҫ өсөн йылы кейенеп йөрөргә, тышта оҙаҡ йөрөмәҫкә, өшөгән осраҡта “ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә шылтыратырға кәңәш итә. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте телефон һандарын да иҫтә тотоу артыҡ булмаҫ: 20-00-45 һәм 20-01-56 (Стәрлетамаҡ коды 8(3473).

Роза САФИНА.

Ниндәй һауа температураһында мәктәпкә барамаҫҡа ярай?

Тышта  ниндәй һауа температураһы булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптәр эшләй. Әммә мәктәп етәкселәренә дөйөм ҡабул ителгән нормаларға таянып эш итергә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, уҡыусыларға  түбәндә күрһәтелгән һауа температураһы булғанда уҡыуға бармаҫҡа мөмкин:

1-4-се кластар – -25 градус;

5-9-сы кластар – -27 градус;

10-11-се кластар өсөн – -32 градус.

Насар һауа шарттары арҡаһында дәрестәргә йөрөмәгән көндәрҙә, уҡыусыларҙың һәм мәктәптәрҙең техник шарттарын иҫәпкә алып,  уҡыуҙар дистанцион рәүештә уҙғарыла. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре балаларын мәктәпкә йөрөтөргәме-юҡмы икәнлеге тураһында уҙаллы ҡарар ҡабул итә ала һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡышҡы каникулдар Стәрлетамаҡта 12 ғинуарға тиклем оҙайтылды.

Ай-һааай, семетә генә селлә!
Ай-һааай, семетә генә селлә!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: