Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Ғинуар 2023, 11:16

Ағас ҡалдыҡтары ла файҙа килтерә

Байрамдар үтеү менән, Яңы йылдың төп ҡунағы-шыршыларҙың ҡәҙере китә башлай. Кешеләр уларҙы сүплеккә генә түгел, тышҡа ла сығарып ырғыта. Ә уларҙы сүплеккә түгел, махсус урындарға тапшырһаҡ, ҡалабыҙ ҙа таҙараҡ булыр, файҙаһын да күрербеҙ. Бына мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “БашЭко” компанияһы өс йыл рәттән экологик акциялар ойоштороп, шыршыларҙы йыя. Уларҙы икенсе тапҡыр эшкәртеп, хужалыҡта кәрәкле ағас онтағы етештерәләр. Былтыр уларға, мәҫәлән, 17 мең шыршы тапшырылған. Улай ғына ла түгел, компанияния тирә-яҡта туҙып-аунап ятҡан бөтә ағас ҡалдыҡтарын да эшкәртә.

Ағас ҡалдыҡтары ла файҙа килтерә
Ағас ҡалдыҡтары ла файҙа килтерә

Ғөмүмән, “БашЭко” компанияһы ағас ҡалдыҡтарын, ботаҡтарҙы, кипкән япраҡтарҙы эшкәртеп, уларҙан башҡа төрлө киң ҡулланыу продукцияһын сығара. Баҡтиһәң, ваҡ ботаҡтарҙы эшкәрткәндән һуң, тупраҡ структураһын яҡшыртыу, дымлылыҡты арттырыу өсөн дә ҡулланырға була икән. Тағы ла ағас ҡалдыҡтарынан яғыу өсөн материал (ваҡ утын тип тә атарға була), төҙөлөш материалдары, хатта мал аҙығы өҫтәмәләренә ингән ылыҫ онон да етештерәләр. “БашЭко” директоры Юрий Барабаш әйтеүенсә, был он витаминдарға бик бай икән, составында С витамины, каротин, мейегә, һөйәктәргә файҙалы булған витаминдары бар. Ауырыған малдарға быны ашатыу бик тә файҙалы, ти ул.

– Тыуған ҡалабыҙҙың таҙараҡ, хәүефһеҙерәк һәм матурыраҡ булыуын теләйбеҙ. Тирә-яҡҡа күҙ һалһаҡ, беҙҙе тәбиғи матурлыҡ уратып алған, әммә уны барыһы ла күреп өйрәнмәгән. Ә беҙ барыһын да күрәбеҙ һәм үҙенең матурлығын юғалтҡан, йә ошо матурлыҡты күрергә ҡамасаулаған әйберҙәрҙе эшкәртеп, уларға икенсе ғүмер бүләк итәбеҙ. “БашЭко” клиенттары йыш ҡына беҙҙән йорт алдын биҙәргә төрлө төҫтәге, махсус итеп эшкәртелгән ағас онтаҡтарын, йәғни юнысҡыларҙы ала, – ти Юрий Викторович.
Әйткәндәй, “БашЭко” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңыраҡ ҡына яңы ҡорамал алған. Юғары ресурслы “РБ-МВ 160” тип аталған ҡырҡыу машинаһы 60 сантиметр диаметрҙағы 800 кубометрға тиклем ағас эшкәртеү мөмкинлеген бирә.
Бына шулай, тәү ҡарашҡа сүп-сар һымаҡ ҡына күренгән ботаҡтар, япраҡтар ошо компания ярҙамында төрлө файҙалы продукцияларға әйләнә.

– Беҙ, шулай уҡ, ҡала хакимиәтенең йәштәр советы менән берлектә, “Таҙа урамдар” янғынға ҡаршы социаль проектында ҡатнашабыҙ. Был проект сиктәрендә законһыҙ сүплектәр буйынса рейдтар үткәрәбеҙ, – ти компания директоры.
Ысынлап та, “БашЭко” компанияһы барыбыҙ өсөн дә файҙалы эш башҡара, сүп-сар булып ятҡан ағас ҡалдыҡтарына яңы сифатта икенсе һулыш алырға ярҙам итә. Ҡалабыҙҙы күркәмерәк итеүҙән һеҙ ҙә ситтә тороп ҡалмағыҙ, дуҫтар! “БашЭко” компанияһына шыршығыҙҙы, төҙөлөштән йәки ремонттан һуң ҡалған ағас ботаҡтарын, ботаҡ киҫәктәрен һәм башҡа материал тапшырып ҡына ла ошо оло эшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Аҙаҡтан ул ағас ҡалдыҡтары органик ашламалар һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн, мейескә яғыр өсөн юнысҡы булараҡ ҡулланыласаҡ.


Белешмә өсөн телефон: 8(3473)267-888.


Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

Ағас ҡалдыҡтары ла файҙа килтерә
Ағас ҡалдыҡтары ла файҙа килтерә
Автор:
Читайте нас: