Ашҡаҙар
+21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
16 Ғинуар 2023, 11:02

Башҡортостанда йәнә һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда урыны менән -27 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Башҡортостанда йәнә һыуыта
Башҡортостанда йәнә һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 16 ғинуарҙа, республикала аҙ болотло була. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы көндөҙ -9,-14, урыны менән -4 градус.

Шишәмбе, 17 ғинуарҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус, урыны менән -27, көндөҙ -7, -12 градус.

Шаршамбы, 18 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус, урыны менән -27, көндөҙ -7, -12 градус.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: