+3 °С
Болотло
Ваҡытында ҡыйыҡтарҙы таҙартыу яуаплығы ошо объекттарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмалар елкәһенә төшә. Балкондар, подъезд ҡыйыҡтары, карниздар боҙҙан, ҡарҙан таҙартылырға тейеш. Быны яҡты ваҡытта бик һаҡ ҡыланып ҡына башҡарырға кәрәк. Ырғытылған ҡар-боҙҙар өс сәғәт эсендә махсус урындарға өйөлөргә тейеш. Был эштәрҙе башҡарғанда ағастарға ла, электр сымдарына ла, светофор объекттарына ла, юл билдәләренә лә, элемтә линияларына ла зыян килергә тейеш түгел. Быол сараларҙы үтәмәүселәргә ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған. Административ комиссия предприятие һәм ойошма етәкселәрен ҡала халҡы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә етди ҡарарға саҡыра.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.