+3 °С
Болотло
Юҡҡа ғына боронғолар: “Хут – күҙеңә ут!” тимәгәндер. Шуға ла Февраль әйткән ти, имеш: “Һыйырҙың мөгөҙөн һындырыр инем дә, Ғинуар ағайымдан оялам...” Хут һыуығы булмаһа, йәй ҙә һалҡынса килә тигән һынамыштар ҙа булған борондан.
Быйылғы февраль айы башҡа йылдарҙағынан әллә ни айырылмаясаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Февралдә уртаса температура көндөҙ минус 6 градус, төндә минус 12 градус тирәһе буласаҡ тип көтөлә. Ҡайһы бер көндәрҙә һауа температураһы 0 градусҡаса тиклем менеп, ныҡ һыуытҡанда минус 26 градусҡаса төшәсәк, һәр хәлдә, ғинуарҙағыса ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй, тип вәғәҙәләй белгестәр.
Р.САФИНА.