Ашҡаҙар
+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
27 Февраль 2023, 08:05

Юлдарҙа сикләү индерелде

Башҡортостанда бурандар ҡотороуон дауам итә. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн хәҙер төбәк әһәмитендәге юлдарҙа ла сикләүҙәр индерелде. Был турала үҙенең телеграм-каналында ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-гә тиклем Өфө-Инйәр-Белорет участкаһында 67-се километрҙан 205-се километрға тиклем.

Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә саҡлы – Үрге Һарыбил–Ҡыуандыҡ автомобиль юлының 0-дән 55-се километрға тиклемге участкала.

Иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем – Магнитогорск-Ира автомобиль юлы участкаһында (241-ҙән 287-се километрға тиклем).

Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлында 33-73 километр ара.

Сәғәт 10-дан 14:00-гә тиклем – Борай-Иҫке Балтас-Куеда автомобиль юлында, 0-дән 98-се километрға тиклем.

Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Яңауыл-Тәтешле автомобиль юлында 0-дән 55-кә тиклем.

Быға тиклем иғлан ителгән федераль трассалағы сикләүҙәр оҙайтылды:

Сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Өфө-Ырымбур автомобиль юлында 112-се километрҙан 273-сө километрға тиклем.

Сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем М-5 "Урал" автомобиль юлында 1478-ҙән 1548-гә тиклем.

Сикләүҙе алыу ваҡытының үҙгәреүе ихтимал.

Автор:
Читайте нас: