+2 °С
Болотло
Йышыраҡ бәләкәй дала йылғалары, шулай уҡ Ағиҙел, Өфө, Дим йылғалары ярҙарынан сыға. Был турала 9 мартта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡоростандыңгидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итте.
«Уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, йылғалар 7-17 апрелдә таша башлауы ихтимал. Оҙайлы фараз бирә алмайбыҙ. Һыуҙың максималь кимәле норманан түбәнерәк булыр тип көтәбеҙ. Яуым-төшөм күләме лә иҫәпкә алынған. Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, ҡар запасы ташҡын ваҡытында хәлде билдәләгән төп дәүмәлдәр булып тора. Барлыҡ ошо параметрҙар фараз әҙерләгәндә анализлана, ул марттың өсөнсө декадаһына әҙер булырға тейеш», — тип билдәләне ул.
Башинформ.