+3 °С
Болотло
Ҡатмарлы метеорологик шарттарға бәйле Стәрлетамаҡ сәнәғәт предприятиеларына 15 март 20:00–дән башлап 16 марттың 20:00-нә тиклем 1-се режим сикләүҙәре талаптары ҡуйылды.
Был режим ойоштороу-техник йәһәтенән үҙгәрештәр индерә, сәнәғәт предприятиеларының етештереү ҡеүәтенә йоғонто яһамай.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, ҡатмарлы метеорологик шарттарға бәйле сикләүҙәр сәнәғәт предприятиелары һәм транспорттан сыҡҡан атмосфера ҡалдыҡтарының ҡаланың торлаҡ райондарында тупланыуына юл ҡуймаҫ өсөн индерелә.
Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте мәғлүәмәттәре буйынса.