Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Март 2023, 06:30

Ташҡын килә

Билдәле булыуынса, быйыл яҙ ике аҙнаға иртәрәк килә. Ошо сәбәпле йылғаларҙа боҙ ҙа иртәрәк китә.

Ташҡын  киләТашҡын  килә
Ташҡын килә

Шуныһы ла мәғлүм, Стәрлетамаҡта ҡапыл һыу ташыу көтөлмәй, һыу кимәле һуңғы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәргә тура килә, ә былтырғыға ҡарағанда, хатта һайыраҡ та.

Шулай ҙа, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигәндәй, ташҡын ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе барлыҡ хеҙмәттәр ҙә төрлө килеп тыуған хәлгә әҙер. “Мәҫәлән, һыу ташыу хәүефе урындарына махсус ҙур техника беркетелгән, ташҡынды быуырға ҡом әҙер, һыу ташҡан зонала йәшәүсе кешеләрҙе эвакуациялау өсөн утыҙға яҡын ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған”, – тип белдерҙе ҡала хаҡимиәтенең граждандар оборонаһы һәм халыҡты яҡлау идаралығы начальнигы Константин Онищенко хакимиәт башлығының оператив кәңәшмәһендә. Был йәһәттән ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов: “Түшәктә ятҡан сирлеләрҙе алдан социаль учреждениеларға күсереп тороу һымаҡ мәсьәләләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ”, – тигән күрһәтмә бирҙе.
Йылғалар ташыуына ғәҙәттә ямғырҙың күп яуыуы ла сәбәпсе булып тора. Әлеге тәңгәлдә хәүефләнерлек урын юҡ – яуым-төшөм шулай уҡ нормаға тура килә.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас