Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Тәбиғәт һәм беҙ
10 Апрель 2023, 05:05

Башҡортостанда алдағы көндәргә һауа торошо

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостанда алдағы көндәргә һауа торошоБашҡортостанда алдағы көндәргә һауа торошо
Башҡортостанда алдағы көндәргә һауа торошо

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус.

Шишәмбе, 11 апрелдә лә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5, урыны менән 10 градус һалҡын. Көндөҙ +9, +14 градус.

Шаршамбы, 12 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, урыны менән 10 градус һалҡын. Көндөҙ +12, +17 градус.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, апрель аҙағына тиклем Башҡортостанда ямғырһыҙ йылы һауа торошо көтөлә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас