Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
13 Апрель 2023, 12:05

Башҡортостанда көндәр һалҡынайта

Алдағы көндәрҙә республикала көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башҡортостанда көндәр һалҡынайта
Башҡортостанда көндәр һалҡынайта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 13 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ +14, +19 градус.

Йома, 14 апрелдә, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ өлөшөндә — ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +1, +6 градус.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: