Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
19 Апрель 2023, 10:25

Башҡортостанда талпандар уянды. Был бөжәктән нисек һаҡланырға?

Яҙҙың иртә килеүе сәбәпле быйыл талпандар йылдағыға ҡарағанда иртәрәк уянды. Апрелдең тәүге көндәрендә табиптарға ҡан эскес бөжәк эләктергән иллеләп кеше мөрәжәғәт иткән, улар араһында балалар ҙа бар. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда зыян күреүселәр һаны һигеҙ тапҡырға артҡан.

Башҡортостанда талпандар уянды.  Был бөжәктән нисек һаҡланырға?
Башҡортостанда талпандар уянды. Был бөжәктән нисек һаҡланырға?

Ниндәй урманда хәүефлерәк?

Йыл һайын табиптарға талпан ҡаҙалыуға бәйле 10 меңдән 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә. Иң ҡурҡынысы – талпандар сәләмәтлеккә ҙур хәүеф менән янаған сирҙәрҙе таратыуы ихтимал. Шулар иҫәбендә – талпан энцефалиты һәм боррелиоз (Лайм сире).

Статистикаға ярашлы, талпан тешләгән 100 кешенең унауһында энцефалит осрағы асыҡлана. Сир үҙәк нервы системаһын зарарлай. Бәләкәй генә ҡан эскес бөжәк арҡаһында кешене фалиж һуғыуы, ул ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы, хатта үлеүе бар.

Былтыр табиптар Башҡортостанда талпан энцефалиты йоҡтороуҙың 28 осрағын асыҡланы, был алдағы йылға ҡарағанда 12 осраҡҡа күберәк. Сирләүселәрҙең етәүһе – 17 йәшкә тиклемге балалар. Күңелһеҙ осраҡтар республиканың ун районында теркәлгән. Зыян күреүселәрҙең күбеһе – Белорет районынан. 12 кеше! Ҡыйғы, Салауат, Дыуан райондарында – икешәр, Балтаста һәм Ҡариҙелдә берешәр осраҡ теркәлгән.

Энцефалиттан нисек һаҡланырға?

Талпан ҡаҙалыуҙан һаҡланыу саралары бихисап, ә бына энцефалиттан һаҡланыуҙың иң ышаныслы алымы – прививка. Ул өс этапта эшләнә, тәүгеһен ҡышҡыһын йәки иртә яҙҙа эшләтеү һәйбәтерәк, сөнки был осраҡта талпандар әүҙемләшеүгә иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөргән була. Беренсе һәм икенсе прививка араһы 5-7 ай тәшкил итергә тейеш. Өсөнсө прививканы тәүгеһен яһатыуға бер йыл тигәндә эшләйҙәр. Артабан һәр өс йыл һайын ревакцинация талап ителә. Ошо ғәҙәти вакцинацияны ваҡытында эшләтмәгәндәр, тәбиғәткә йыш сыҡҡан осраҡта, ашығыс вакцинация яһата ала. Ул яҙғыһын һәм йәйгеһен эшләнә. Бындай прививка ике этаптан тора, икәүһенең араһындағы ваҡыт 1-2 ай тәшкил итә. Был курсты тәбиғәткә сығыуҙан ике аҙна алда тамамлау зарур.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: прививка зарарланыуҙан 100 процентҡа һаҡламай. Әммә сир йоҡторған осраҡта ул күпкә еңелерәк һәм ауыр эҙемтәләрһеҙ үтәсәк.

Тағы ла шуны белергә кәрәк: прививка энцефалиттан ғына һаҡлай, мәҫәлән, боррелиозға уның тәьҫире юҡ. Шуға күрә һаҡсыллыҡ ҡағиҙәләрен оноторға ярамай.

Талпан ҡаҙалһа, нимә эшләргә?

Талпан ҡаҙалһа, уны тәнегеҙҙән тартып алмағыҙ. Иң яҡшыһы – травматология пунктына барып алдырыу, үҙең менән ҡан һурғыс бөжәкте һалырға ҡулай һауыт та алығыҙ. Ундағы белгестәр талпанды барлыҡ ҡағиҙәләргә ярашлы һурып сығарасаҡ. Әммә, 12 сәғәт эсендә табипҡа барып етә алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, үҙаллы эш итергә тура киләсәк. Бөжәктән ни тиклем иртәрәк ҡотолһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ, сөнки ул зарарлы шыйыҡсаһын һеҙҙең организмға ебәреп өлгөрмәйәсәк.

Бер ҡасан да талпан өҫтөнә май ҡоймағыҙ! Ул тонсоға башлап, үҙе сығасаҡ, тигән хәбәр – уйҙырма. Киреһенсә, май арҡаһында ҡуҙғыған талпан тирегә нығыраҡ ҡаҙала башлай. Пинцет алығыҙ (был инструментты үҙегеҙ менән походҡа, сәйәхәткә лә алып йөрөгөҙ), бөжәктең мөмкин тиклем күберәк өлөшөн эләктереп, һаҡ ҡына борғолап, өҫкә табан тартығыҙ. Төп бурыс – ҡанэскескә зыян килтермәү. Томшоғо тороп ҡалһа, инфекция йоҡтороу дауам итә. Өҫтәүенә анализға тере талпанды алып барыу яҡшыраҡ, шулай уның ауырыу таратыусымы-юҡмы икәнен асыҡлау еңелерәк.

Әгәр талпан энцефалиты вирусы асыҡланһа, зыян күреүсегә иммуноглобулин яһарға кәрәк, боррелиоз асыҡланһа – табип антибиотиктар тәғәйенләй. Ваҡытында башланған дауалау фажиғәле эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Ниндәй билдәләр һағайтырға тейеш?

Әгәр вайымһыҙлыҡ күрһәтеп, ҡаҙалған талпанды үҙегеҙ алып ташлап, табипҡа мөрәжәғәт итмәһәгеҙ, организмығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Талпан энцефалитының билдәләре 25 көн дауамында беленмәҫкә мөмкин, әммә күп осраҡта сирҙең билдәләре беренсе йәки икенсе аҙнала уҡ күренә башлай. Юғары температура, күңел болғаныу, ҡоҫоу, баш ауыртыу, быуындар, мускулдар һәм тамаҡ ауыртыу, эс китеү, ҡан китеү – ошо билдәләр күҙәтелһә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙаллы дауаланыу насар тамамланыуы ихтимал.

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА...

Төбәктә сысҡан биҙгәгенең көсәйеүен фаразлайҙар

Республикала сысҡан биҙгәге менән сирләүгә бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Өфө, Благовещен, Йәрмәкәй һәм Мишкә райондары халҡына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Был төбәктәрҙә сирләүселәр һаны республика буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға күберәк. Былтыр Башҡортостанда өс мең кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған, уларҙың 40 проценты – балалар.
Ауырыуҙың төп таратыусылары – сысҡандар. Шуға күрә ихаталарҙы санитар таҙартыу, кимереүселәргә ҡаршы көрәш алып барыу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Асыҡ һыу ятҡылыҡтарынан алынған һыуҙы ҡайнатмайынса ҡулланмағыҙ, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡ-түлекте ашамағыҙ, ашар алдынан ҡулдарҙы йыуығыҙ, үлән һәм һалам кеүек нәмәләрҙе ауыҙығыҙға ҡапмағыҙ.

Талпандарҙы ҡайҙа тикшереүгә ҡабул итәләр

Өфө
Шәфиев урамы, 7-се йорт. Телефондар: 8(347)287-85-23,
8-927-236-32-61.Карл Маркс урамы, 69-сы йорт. Телефон: 8(347)269-69-69.

Бөрө
Калинин урамы, 18-се йорт. Телефондар: 8(34784)3-47-87, 8(34784)3-47-89.

Нефтекама
Социалистик урамы, 10-сы йорт. Телефондар: 8(34783)4-43-15,
8-917-370-24-44.

Стәрлетамаҡ

Революция урамы, 2 а йорт.
Телефон: 8 (3473) 30-13-34.

Мәсәғүт
Дауахана урамы, 4-се йорт. Телефондар: 8(34798)3-35-90, 8(34798)3-35-93.

Туймазы
Урмансы Морозов урамы, 1-се йорт. Телефондар: 8(34782)7-25-96, 8(34782)7-45-66.

Күмертау
Ғафури урамы, 29-сы йорт.
Телефон: 8(34761) 4-37-67, 8(937)857-12-48.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: