Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
1 Май 2023, 10:00

Май ямғырлы булһа

(һынамыштар) Муйыл сәскә атҡанда һәр ваҡыт һалҡындар көтөлә.Май һалҡын килһә, йыл икмәккә бай булыр.Беренсе торналар күренгәс, борсаҡ сәсергә була.Торналар бик йыш күренһә – ҡоролоҡҡа.Май айында ҡуңыҙҙар күп булһа, шулай уҡ ҡоролоҡ көтөлә.

Май ямғырлы булһа
Май ямғырлы булһа

Майҙың 21-ендә ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.
Айҙың һуңғы көндәрендә, ғәҙәттә, ете йылға бер тапҡыр һалҡындар күҙәтелә.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
Май һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Болот юлланып торһа – ямғырға.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр.
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр.
Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр..

Автор:
Читайте нас: