Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Май 2023, 15:42

Талпандар тамам таралды

Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалында үткән аҙнала ғына талпан ҡаҙалыу буйынса 304 мәрәжәғәт булды. Был статистика борсоуға һала.

Талпандар  тамам таралды
Талпандар тамам таралды

Быйыл уларҙың әүҙемләшеүенә иртә яҙ ҙа сәбәпсе булды. Стәрлетамаҡта санитар эшкәртеү алып барыуға ҡарамаҫтан, хатта ҡалала талпан ҡаҙалыу осраҡтары буйынса мөрәжәғәттәр булып тора. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотҡанда, талпандан һаҡланырға мөмкин. Төп ҡағиҙәләр, әлбиттә, яҡты, капюшонлы кейем кейеүгә, салбар балаҡтарын итек ҡунысына тығып йөрөүгә ҡайтып ҡала. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпандар ағаста ғына булмай...

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: талпан ҡаҙалған осраҡта уны травматология пунктында йәки башҡа медицина учреждениеһында алыу зарур, бындай мөмкинселек юҡ икән, үҙегеҙ алған осраҡта тотош кәүҙәһе менән тартып сығарыу мотлаҡ. Юҡһа, һеҙгә артабан да энцефалит йоғоу хәүефе янай. Әйткәндәй, анализдар тапшырғандан һуң вирус барлығы асыҡланғанда, талпан ҡаҙалғандан алып өс тәүлек эсендә иммуноглобулин яһатыу мөһим!

Үткән аҙнала тапшырылған анализдарға килгәндә, 304 осраҡтың дүртәүһендә(!) энцефалит барлығы асыҡланды, боррелиоз буйынса 258 талпан тикшерелгән һәм был йәһәттән 25-ендә әлеге вирус табылды! Шуға уйланырға урын бар.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында талпандарҙы тикшертер өсөн Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалына Революция урамы, 2а адресы буйынса дүшәмбе-йома көндәрендә 9:00-16:00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итергә була.

Телефоныбыҙ: 8-(3473)-30-13-34.

Валентина ДАНИЛОВА,
табип-эпидемиолог.

Автор:
Читайте нас: