Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
11 Май 2023, 18:28

Синоптиктар көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртә

Башҡортостанда 12 майҙа ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана; төндә — төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0-дән -3° һыуытып, ҡырау төшөүе фаразлана.

Синоптиктар көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртә
Синоптиктар көслө ел һәм ҡырау хаҡында иҫкәртә

Көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә.

11 май кисенән 12 май кисенә тиклем республикала йәшәүселәрҙе аяҙлы-болотло һауа торошо көтә. Төндә көньяҡта, көндөҙ иһә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә +2, +7°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0-дән -3° һыуытып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +8, +13°, төньяҡта +18°.

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: