Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
24 Май 2023, 15:39

Башҡортостанда ҡырау төшөүгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Башҡортостандың бер нисә муниципалитетында ҡырау төшөүгә бәйле 5 июнгә тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Республика етәксеһенең тейешле бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостанда ҡырау төшөүгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Башҡортостанда ҡырау төшөүгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Һүҙ Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Салауат, Туймазы, Өфө, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары хаҡында бара.

Хакимиәттәргә тармаҡ ойошмалары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре менән берлектә ҡырау эҙемтәләрен йомшартыу буйынса ентекле саралар күрергә тәҡдим ителде.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: