Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
9 Июнь 2023, 10:55

Республикала байрам көндәренә һауа торошо

Бөгөн, ял көндәре алдынан һуңғы эш көнөндә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус буласаҡ.

Республикала байрам көндәренә һауа торошо
Республикала байрам көндәренә һауа торошо

10 июндә республикала төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, Башҡортостандың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, таулы райондарҙа +1-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус.

11 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көндөҙ +17, +22. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында +23, +28 градус.

12 июндә — Рәсәй көнөндә республикала аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +16, +17 градус көтөлә.

 

Башинформ.

Эльдар Фәттәхов фотоһы.

Автор:
Читайте нас: