Баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин билдәләүенсә, июнь айында балалар Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Ирәмәл тауында һәм Ҡыҙылташ ҡаяһында булырға, Көньяҡ Урал — Ағиҙел, Йүрүҙән, Әй йылғалары буйлап сәйәхәткә сығырға өлгөргән.
«Туристик оҫталыҡ мәктәбе» программаһы сиктәрендә уҡыусылар уҡыу-тикшеренеү һәм эҙләү экспедицияларында ҡатнаша, махсус полигонда шөғөлләнә һәм спелеотуризм техникаһында оҫталыҡтарын арттыра», — тине ул.
Спорт һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге йыйындар, профилле сменалар айырыуса популярлыҡ яулай, тип өҫтәне чиновник. Мәҫәлән, ҡала ситендәге «Йәйғор» лагерында 15-се тапҡыр «Рәсәй гвардияһы» сменаһы ойошторола, ә йәйҙең тәүге айынан социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәр өсөн хәрби-тарихи лагерь эшләй башланы.
Башинформ.