Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Июнь 2023, 12:41

ҮҘЕ БЕР ҠАРЫШ, БӘЛӘҺЕ МЕҢ ҠАРЫШ... йәки Ебәк күбәләге ҡарышлауығы зыяны хаҡында

Быйылғы йыл төрлөсә яңылыҡтары (әлегә тәбиғәт тураһында һүҙем) менән аптыратыуын дауам итә. Иртә яҙҙан йәй килһенме, йә, киреһенсә, йәй уртаһы тиерлек һыуыҡ булһынмы, урмандарҙы бөжәк ҡырһынмы – барыһы ла бар. Бөжәк тигәндән, ҡарышлауыҡҡа бәйле халыҡ араһында имеш-мимештәр ҙә күп тарала. Хатта был ебәк күбәләге ҡарышлауығы урмандарҙы экологик һәләкәткә килтереүе ихтимал тип тә һөйләйҙәр, яҙалар. Ошо “күҙаллауҙарҙы” иҫбатлау йәки инҡар итеү маҡсатында бер нисә һорау менән “Стәрлетамаҡ урмансылығы” дәүләт автономия учреждениеһы директоры Ленар ЗӘЙҘУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.

ҮҘЕ БЕР ҠАРЫШ, БӘЛӘҺЕ МЕҢ ҠАРЫШ... йәки Ебәк күбәләге ҡарышлауығы зыяны хаҡында
ҮҘЕ БЕР ҠАРЫШ, БӘЛӘҺЕ МЕҢ ҠАРЫШ... йәки Ебәк күбәләге ҡарышлауығы зыяны хаҡында

Өс йыл үҫеш

– Ленар Рифмирович, шулай ҙа был ҡарышлауыҡ ҡапыл һәм күп итеп ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул?

– Белеүебеҙсә, тәбиғәт, ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, циклдарға бүленеп йәшәй. Ебәк күбәләге ҡарышлауығының да үҙ үҫеш осоро бар. Ул уртаса ун йылға бер өс йыл рәттән күп итеп үрсеп ала. Бәлки кемдер хәтерләйҙер, ҡарышлауыҡтың ныҡлап баҫыуы туҡ-һанынсы йылдарҙа булды һәм бына тағы үрсеү кисерә. Быйыл – өс йылдың икенсеһе.
Ҡапыл һәм күп итеп барлыҡҡа килеү сәбәбе иһә йылдың иртә, йылы килеүенә һәм ҡоро тороуына ныҡлы бәйле. Уларға бындай һауа торошо – иң ҡулайлы шарт! Ябай итеп әйткәндә, ашай ҙа үрсей, ашай ҙа үрсей...

– Икенсе йыл рәттән тинегеҙ, тимәк, быйыл ҡарышлауыҡтың үрсе-үе хаҡында күҙҙалауҙар булғандыр...

– Әлбиттә, урманды ҡарау, та-ҙартыу, уның хәлен күҙҙалау – беҙҙең туранан-тура һәм йыл әйләнәһенә атҡара торған бурыс. Былтыр, шул иҫәптән ҡарышлауыҡтар буйынса ла анализ эшләнде һәм урман участкалары ҡоротҡостарға ҡаршы матдәләр менән ағыуланды. Шуныһын билдәләргә кәрәк, ағыу биологик саралар нигеҙендә эшләгән матдәне тәшкил итте. Тимәк, урманға ла, ҡоротҡостарға ла зыяны әҙерәк... Әммә быйыл, ошондай хәл килеп сыҡҡас, хатта алдан да йәнә махсус ағыулау сараһы үткәрелде. Әйтергә кәрәк, ике тапҡыр (былтыр һәм быйыл) ағыуланған участкаларҙа ҡарышлауыҡтар юҡ кимәлдә тиерлек. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығына һәм башҡа сәбәптәргә бәйле ҡала-ауылдар тирәһе, урман ситтәре һымаҡ ағыуларға ярамаған “йәшел зоналар” ҙа бар. Бында иһә ҡоротҡостар тиҙ үтеп инә.

Артыҡ борсолорға урын юҡ!

– Ә алдағы йылда нимә көтөргә?

– Циклдың өсөнсө йылын инде быйылғы үҫештән һәм ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәштән сығып күҙаллайбыҙ. Әлегә алдағы йыл “тынысыраҡ” килер тип өмөт итәбеҙ.

– Әле һаман ашайҙармы ағастарҙы?

– Йәнә ошо уҡ осорҙо үҙен циклдарға бүлгәндә, ай башында ҡарышлауыҡтың иң әүҙем мәле теркәлде, һәр күренештең иң юғары нөктәһе, баҫылыу ваҡыты булған һымаҡ, яйлап ҡарышлауыҡтар “ба-ҫып алыуы” ла һүрелә. Беренсенән, актив мәле үтһә, икенсенән, һауа шарттары булышлыҡ итә: 12-15 градус ҡына йылылыҡ, ямғыр артабан ныҡлы үҫешергә ирек бирмәй.

Әйткәндәй, ебәк күбәләге ҡарышлауығы ун йылға бер тапҡыр үҫеш осоро кисерә тиһәк тә, ул бит йыл да сыға, тик, нәҡ һауа шарттары баҫымында ныҡлы тарала алмай.

– Япраҡтарҙы һайланып ҡына ашауға оҡшамаған...

– Төрлө ағастарҙы ашай. Бигерәк тә йүкә, ҡайын, имән япраҡтарына күберәк йәбешеү күҙәтелә. Урманда ғына түгел, әгәр өй тирәһендә ағастар бар икән, шулай уҡ зыян күреүе бар.

– Был күренеш экологик һәләкәт килтереүе ихтималмы?

– Юҡ. Ағастар “шәрә” ҡалһа ла, һауа шарттары яҡшы торғанда, уларҙың һалҡын көҙгә тиклем йәнә бер тапҡыр япраҡ ярып сығырға мөмкинселеге буласаҡ. Шулай итәсәктәр ҙә, сөнки япраҡ аша ағас бөтә яҡтылыҡты, аҙыҡты, һутты-һыуҙы, һауаны ала. Ә бына ошо тейешле витаминдарҙы ала алмау сәбәпле, әлбиттә, уларҙың хәле насарая. Йәнә тәбиғәт ҡанунына туҡталғанда, был һынауҙы күтәрә алмай, ҡайһы бер ағастарҙың ҡороуы ла ихтимал, әммә был экологик һәләкәт килтерерлек кимәлдә түгел! Ағастарҙы күберәк һаҡлап ҡалыу өсөн үҫештең өсөнсө йылына әленән үк әҙерләнергә кәрәк, бөгөнгө ваҡытта нәҡ ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә инде!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Автор һәм Стәрлетамаҡ урмансылығы фотолары.

ҮҘЕ БЕР ҠАРЫШ, БӘЛӘҺЕ МЕҢ ҠАРЫШ... йәки Ебәк күбәләге ҡарышлауығы зыяны хаҡында
ҮҘЕ БЕР ҠАРЫШ, БӘЛӘҺЕ МЕҢ ҠАРЫШ... йәки Ебәк күбәләге ҡарышлауығы зыяны хаҡында
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: