Ашҡаҙар
0 °С
Ясно
Тәбиғәт һәм беҙ
6 Июля 2023, 13:00

Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана: республиканың төньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразланаБашҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана
Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы тәүлектә аҙ болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге төндә секундына 1-6 метр, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +15, +20, көнсығышта +10, көндөҙ +28, +33.

Өфөлә лә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан төндә тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +15,+17,  ҡала үҙәгендә +20, көндөҙ +30,+32.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас