Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
25 Июль 2023, 15:20

Йәй ғүмере ҡыҫҡа, кинәнеп ҡалайыҡ!

Быйылғы йәй һауа торошоноң төрлөсәлеге менән ғәжәп итә. Быйылғы август беҙгә нимә вәғәҙә итә – был турала метеорологтар фаразына ҡолаҡ  һалайыҡ.

Беҙҙе йәнә эҫе көндәр  ҡыуандырмаҡсы. Июль аҙағында, август башында һыу инеп рәхәтләнергә була.саҡ.

Гисметео белгестәренең фаразына ҡарағанда, июлдең  24-нән һуң ямғырҙар тыма, аяҙ көндәр башлана.  Көндөҙ һауа температураһы +26 градус тирәһе була, 27 июлдән утыҙ градуслы эҫе башлана һәм  3 авгусҡаса шулай торасаҡ. Икенсе көнөнә көндөҙгө сәғәттәрҙә +25 градус булһа, артабан йәй беҙҙе августың 13-нә тиклем +26, +28 градус менән иркәләйәсәк.  Синоптиктар фаразлауынса, 6 августа  һауа +32 градусҡаса йылынасаҡ.

В төндәрен термометр бағанаһы +21 градус тирәһендә тирбәләсәк.

16 августан һуң һауа  температураһы  +17, +19 градусҡаса түбәйәнеүе көтөлә, төндә +13, +14 градус тирәһе булыр, 21 августан һуң көндөҙ +11, +13 градус, төндә  +6, +8 градус булыр, тип көтөлә.

Августың икенсе яртыһында яуым-төшөм булмай тип әйтерлек.

Йәй ғүмере ҡыҫҡа, кинәнеп ҡалайыҡ!

Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Йәй ғүмере ҡыҫҡа, кинәнеп ҡалайыҡ!
Йәй ғүмере ҡыҫҡа, кинәнеп ҡалайыҡ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: