Синоптиктарҙың яҡынса белешмәләренә ҡарағанда, сентябрь әллә ни ямғырлы булмаясаҡ – яуым-төшөм 35-55 миллиметр самаһы, йәғни нормаға яҡын, уртаса һауа температураһы 9-12 градус тирәһе буласаҡ тип көтөлә.
Ай башында көндәр һиҙелерлек йылытып алыр, яуым-төшөм дә артыҡ күп яумаҫ, ә температура әкренләп күтәрелә башлар. Бер нисә көн рәттән +22 градусҡаса йылытып торор, әммә йәшенле ямғырҙар ҙа урап үтмәҫ. Ә шулай ҙа ай уртаһына тиклем көндәр йылы торасаҡ әле.
Сентябрҙең икенсе яртыһында инде ысын көҙ башлана. Термометр бағанаһы көндөҙ +8, +15 градус тирәһе, төндәрен 0 градус күрһәтәсәк. Күк йөҙөн көҙгө болоттар ҡаплар, һирәк кенә аяҙытып та ебәрер. Япраҡтар һарғайып көҙ йырын йырлар.
Роза САФИНА.