Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Сентябрь 2023, 11:30

Бесәй ниңә балыҡ ярата?

Тормошобоҙҙо бесәйһеҙ күҙ алдына килтереп ҡараһаҡ, күңелгә ниндәйҙер наҙ етмәгән һымаҡ.  Ауыл ерендәме ул, ҡалала булһынмы – бесәй  ул үҙенә күрә ғаиләбеҙҙең ағзаһы, иптәш. Бесәй сысҡан ярата тиһәк тә, күпселек бесәйҙәр сысҡан тота ла, “Күрегеҙ, бына мин ниндәй йылғыр”- тигән һымаҡ, сысҡан менән уйнап ала ла, ашап та тормай, үле сысҡанды шунда уҡ ҡалдырып китә. Баҡтиһәң,  ҡойроҡло дуҫтарыбыҙҙың яратҡан ризығы балыҡ икән. Әйткәндәй, бесәй йылға балығын ниңәлер хушһынып бармай, ә бына диңгеҙ балығын ләззәтләнеп ашай. Бигерәк тә эре океан балығы тунецты ярата икән.  

Ҡасандыр ҡырағай хайуан булған был мәхлүктәр бынан ун мең йылдар самаһы элек,  Яҡын Көнсығыштың ҡоро сүллегендә диңгеҙ ҙә, балыҡ та булмаған ерҙә көн иткән саҡта ҡулға эйәләштерелгән тигән фаразлауҙар бар.

Сәйер хәл, бесәй үҙе һыуҙан ҡурҡа, ә балыҡ ярата! Бөйөк Британия ғалимдары бесәйҙәрҙең ни өсөн балыҡ яратыуының сәбәбен асыҡлап ҡарарға булған.

Тикшереү барышында шул асыҡлана: ата бесәй ҙә, инә бесәй ҙә татлы ризыҡҡа иҫе китеп бармай. Ғалимдар асыҡлауынса, бесәй күбеһенсә ит ашай, шунлыҡтан,  ул татлы ризыҡтың тәмен тоймай. Хәйер, ҡойроҡло дуҫтарыбыҙҙың асыға ла иҫе китмәй.

Уның ҡарауы, бесәй аҡылы менән татлы, асы, тоҙло  аҙыҡ араһынан юғары аҡһымлы тәмде  яҡшы айыра белә.

Бесәй диңгеҙ  балығын ҡасандан ярата башлағандыр, уныһын әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа,  бынан  3,5 мең йылдар самаһы элекке балыҡ ашаған бесәй һүрәттәре уларҙың борондан балыҡ ашауы тураһында һөйләй.  

Был һөйкөмлө мәхлүктәрҙең аҡыл менән һиҙемләү рецепторҙары Урта быуаттарҙа, балыҡсыларҙан тороп ҡалған ҡалдыҡтар менән туҡланған дәүерҙә  үҫешкәндер, тигән  тигән ҡарашта ғалимдар. Хәйер, уныһын бер Хоҙай ғына беләлер.

Бесәйҙәрҙең теле генә түгел, танауы ла  уникаль,  ғалимдар уны химик ҡорамал менән сағыштыра. Әйтәйек, был йән эйәләре һулаған һауа бер үк ваҡытта айырыла, дымландырыла һәм анализлана. Ғәжәп хәл бит, ә?!.

Роза САФИНА.

Бесәй ниңә балыҡ ярата?
Бесәй ниңә балыҡ ярата?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: