Ай башы йылы киләсәк – төндә +2, +3 градус, ә көндөҙ – +6 градус. Ноябрҙең 2-һенән 4-нә тиклем ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. 6 ноябрҙән һауа температураһы минусҡа күсә. 11 ноябргә тиклем көндөҙ -1 градус буласаҡ, ә 7 ноябрҙә -9 градусҡа тиклем һыуыта. 7 һәм 8 ноябрҙә термометр бағанаһы -14 градусҡа етәсәк.
Айҙың 14-нән алып 20-һенә тиклем төндә лә, көндөҙ ҙә +1, -2 градус тирәһе булыр. 20 ноябрҙән алып ай бөткәнсе яуым төшөм туҡтар, көндәр аяҙ тотор. Ай аҙағына көндәр әкренләп һыуыта башлар: һауа температураһы төндә лә, көндөҙ ҙә бер сама – -9 градус тирәһе булыр.
Р.САФИНА.
Автор фотоһы.