Ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Альбина Бикмәтова һөйләүенсә, акция яңы форматта ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар айырыуса сәмләнеп, ярышып эшләнеләр. Сөнки ни тиклем күберәк тоҡ тултырған егәрлеләр өсөн матур бүләктәр әҙерләнгәйне. Ә һәр ярышта еңеүселәр булырға тейеш. Ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының йәштәр советтары активистарының эшенең һөҙөмтәлелеге өсөн бүләктәр: брендлы футболкалар, бейсболкалар, термостар, «Стәрлетамаҡ тураһында һөйөү менән» китабы, рәхмәт хаттары стимул булып торҙо. Акцияла барлығы 40 кеше ҡатнашты. Утыҙ биш минут эсендә барлығы 58 тоҡ сүп-сар йыйылды. Ирекмәндәр командаһына Башҡортостан экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығынан 15 хеҙмәткәр, шулай уҡ «БСК» һәм «СНХЗ» акционерҙар йәмғиәттәре эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сүп-сар араһында ғәмһеҙ ял итеүселәрҙән ҡалған пластик шешәләр генә түгел, төҙөлөш материалдары, машина тәгәрмәҫтәре лә бар ине. Иң беренсе ауыр тоғон күтәреп «СНХЗ» акционер йәмғиәте эшсеһе Вячеслав Иванов килде. Уның артынан ошо уҡ йәмғиәттән - Альбина Мырҙабаева, Өсөнсө тоҡто килтереүсе лә «СНХЗ»нан – Надежда Фәттәхетдинова ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ярыш аҙағына үҙгәрештәр күҙәтелде. Һөҙөмтәлә барлығы биш тоҡ тултырған Ирина Землякова беренсе урынды яуланы. Денис Иванов – икенсе, Альбина Мырҙабаева – өсөнсө урынға сыҡты. Ә тәүге лидерыбыҙ –Вячеслав Иванов – һыу төбөнән – машина тәгәрмәҫе һөйрәп сығарыуына ҡарамаҫтан, дүртенсе урынға сығып дәртләндереү призына лайыҡ булды. Ярыш ваҡытында һәр кемдең кәйефе күтәренке ине. Әлбиттә йылға буйҙарындағы ярҙарҙың таҙалығы үҙебеҙҙән тора. Был йәһәттән ҡала йәштәре баһалап бөткөһөҙ өлгө күрһәтте.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.