Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Август , 15:45

Балыҡсы суртан тотҡан

Әбйәлил районының Булат ауылынан Азат Ғүмәров ғәйәт ҙур суртан тотҡан.

 Уның оҙонлоғо 1м 05 см, ауырлығы 8 кг 550 г.

Балыҡсы уны  Атавда күленән һөйрәп сығарған.

 - Уға, моғайын, 20 йәш, кәм түгел. 15 минут арабыҙҙа көрәш барҙы, - ти Азат Рафиҡ улы. Ул бала саҡтан балыҡ тота, әммә бындай табыш уның ҡулында беренсе тапҡыр була.

- Нисек бар - шулай балыҡты туңдырғысҡа һалдыҡ. Ашайбыҙ. Мин ҡыҙҙырылған суртан яратам, - тип дауам иткән балыҡсы.

Ризығына яҙғандыр, күрәһең!

Балыҡсы суртан тотҡан
Балыҡсы суртан тотҡан
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: