Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
26 Сентябрь , 16:30

Һыуыта тип ҡайғырмай тороғоҙ – йылы көндәр шатландырыр әле!

Синоптиктар Башҡортостандың көньяҡ райондарында әбейҙәр сыуағы +21 градусҡаса “эҫетә” тип вәғәҙә итә.  Шунан һауа температураһы ике-өс градусҡа төшә (+14-тән кәм булмай) һәм сентябрь аҙағынаса ошолай ҡала. Әммә һыуыта тип ҡайғырмай тороғоҙ!

Һыуыта тип ҡайғырмай тороғоҙ –   йылы көндәр шатландырыр әле!
Һыуыта тип ҡайғырмай тороғоҙ – йылы көндәр шатландырыр әле!

Ял көндәренә көндәр йәнә йылыта. Көндөҙ +20, төндәрен  +10 градус тирәһе – бына шундай йәйге һауа торошо киләһе аҙна аҙағынаса торасаҡ.

Ә бына октябрь башынан көҙгө болотло көндәр килә. Октябрҙең тәүге көндәре лә йылы ғына  тормаҡсы: көндөҙ +15; +17, төндә  +10 градус. 10 октябрҙән алып әкренләп һыуыта башлай – (көндөҙгө  һауа температураһы +10 градусҡаса төшә) һәм ай аҙағынаса шул тирә торасаҡ. Ә шулай ҙа октябрҙә һауа торошо бер нисә сюрприз килтермәксе. Ай эсендә һауа температураһы ныҡ ҡына үҙгәрәсәк, ай күбеһенсә ямғырлы буласаҡ (31 көндөң –  21 көнө) тип тә фаразлай синоптиктар.

 Федераль нормативтарға ярашлы, һауа температураһы биш көн дауамында  +8 йәки унан түбәнерәк торһа ғына йорттарға йылы бирәләр. Тимәк, быйыл йылы биреүҙәрен 7 октябрҙән һуң көтөргә ҡала. Әйткәндәй, үткән йыл  йылыны 9 октябрҙән  биргәйнеләр, ә быға тиклем башҡа йылдарҙа батареялар сентябрь аҙағында уҡ йылыта башлай ине: 2022 йылда 27 сентябрҙән, 2021 йылда – 25-нән һәм 2020 йылда –17-нән.

Көн яманы бөтөр ул, әҙәм яманы бөтмәҫ тигән боронғолар. Көндәр ниндәй  булһа ла, йөрәктәребеҙ йылы булһын, рухтарыбыҙ ныҡ булһын!

Роза САФИНА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: