Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
21 Апрель 2025, 11:20

«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.

 Ҡалабыҙҙа үткән шәмбелә «Хәтер баҡсаһы»акцияһы сиктәрендә өмә үтте.

«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.
«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.

 Ошо уңайҙан  содовиктар паркында 40 декоратив алма ағасы ултыртылды. Ҡояшлы иртәлә ҡала халҡы «Сода» районында дөйөм ҡала өмәһенә йыйылды,  Көн дә матур булғас сарала  ундан ашыу предприятие һәм ойошма, Стәрлетамаҡ хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ҡала  округы Советы депутаттары, мәктәп һәм колледж уҡыусылары, ирекмәндәр ҡатнашты. Өмә ысын хеҙмәт байрамына әүерелде:  ҡалабыҙға бағышланған һәм патриотик рухтағы йырҙар  дәрт өҫтәп яңғырап торҙо, ҡатнашыусылар йәш ағастарҙы бик теләп һәм яҡшы кәйеф менән ултыртты. Күптәр экологик акцияларҙа һәм йәмәғәт киңлектәрендә таҙалыҡ һәм тәртип булдырыуҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Ағастар ултыртылғандан һәм һуғарылғандан һуң, шулай уҡ паркты былтырғы япраҡтарҙан һәм сүп-сарҙан таҙарттылар, һуңынан акцияла ҡатнашыусылар ялан кухняһында ҡарабойҙай бутҡаһы, бәлеш  һәм ҡайнар  сәй  менән һыйланды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары.

«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.
«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.
«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.
«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.
«Хәтер баҡсаһына» алмағастар ултыртылды.
Автор: Римма Галимова
Читайте нас