Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов рәйеслегендә пляждағы ҡотҡарыу постарын көсәйтеүгә, рөхсәтһеҙ һыу инеү урындары буйлап рейдтар үткәреүгә, шулай уҡ һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм белем биреү учреждениеларында профилактик эш алып барыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде. Был ҡарарҙар сиктәрендә көн һайын рөхсәтһеҙ һыу инеү урындарына иҫкәртеү рейдтары үткәреү планлаштырыла.
14 июндә ойошторолған рейдта уҡыу йорттары, ҡала хакимиәте, граждандарҙы яҡлау идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция вәкилдәре ҡатнашты. Ике мобиль төркөм йылға яр буйының иң алыҫ участкаларына сыҡты. Беҙҙең төркөм составында һаулыҡ һаҡлау идаралығы вәкиле, полиция старшинаһы, 1-се мәктәп директоры урынбаҫары һәм 40-сы янғын һүндереү часы вәкиле бар ине. Бик эҫе һауа торошонда ( +35 градус) пляждан понтон күперенә тиклем маршрут буйынса һәм артабан автомобиль күпере аша ҡотҡарыу станцияһына тиклем уң яҡ яр буйлап йәйәүләп хәрәкәт иттеләр. Рейдта ҡатнашыусыларға ҡуйылған маҡсаттар һәм бурыстарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Граждандарҙы яҡлау идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Константин Онищенко уҡып ишеттерҙе, иҫерек кешеләрҙе асыҡлау, протоколдар төҙөү һәм иҫкәртеү әңгәмәләре үткәреү тора ине. Пляж артында беҙҙең төркөмдөң иғтибарын шәшлек ҡыҙҙырып ял итергә йыйылған ғаилә йәлеп итте. Бер аҙ иҫкәртеү әңгәмәһенән һуң янғын һүндереү часы вәкиле хәлгә асыҡлыҡ индерә: утһыҙ шәшлек әҙерләргә мөмкин. Алкоголде күрәм протокол төҙөйәсәкмен!- тип аңлатты полицейский.
Фото: интернет селтәренән алынды.