Ошо уңайҙан уҙған аҙна Стәрлетамаҡ халҡы Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартырға сыҡты. Башланғысҡа 80-дән ашыу кеше – ирекмәндәр, ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, ойошма һәм хакимиәт вәкилдәре ҡушылды. Тәбиғәт өсөн файҙанан тыш, акция экобалдар эшләү мөмкинлеген бирә: ирекмәндәр үҙҙәренең эш һөҙөмтәләрен “Йәшел ғәҙәттәр” экотрекеры ҡушымтаһында теркәй.
Ҡатнашыусылар араһында ведомство хеҙмәткәрҙәре, ҙур предприятиелар, уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр һәм тәбиғәтте һаҡлау эшенә шәхси өлөш индерергә ҡарар иткән битараф булмаған халыҡ булыуы шатландыра.
Берҙәм тырышлыҡ менән 100 тоҡ сүп-сар йыйып, Стәрлетамаҡтың Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһының 1500 метрлыҡ яр буйы биләмәһен тәртипкә килтереү – үҙе бер мөғжизә бит!
– Бындай акциялар үтә мөһим, әммә экологик проблемаларҙы хәл итеү – һәр кемдең үҙенән тора. Таҙалыҡ бит йыйыштырылған ерҙә түгел, ә сүп-сарҙы ташламаған ерҙә. Әгәр кешеләр ял иткәндән һуң ҡалдыҡтарҙы үҙҙәре менән алып китһә, беҙ тәбиғәтте һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Әйткәндәй, яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор һәм Анастасия АДУДАРОВА фотолары.
Һүҙ акцияла ҡатнашыусыларға:
Гүзәл ҒӘЛИЕВА, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы хеҙмәткәре:
– Ғаиләбеҙ өсөн экология хаҡында хәстәрлек күреү – аңлы һайлау. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүләбеҙ һәм ресурстарҙы экономиялайбыҙ, ә бындай акцияларҙа ҡатнашыу – көндәлек ғәҙәттәребеҙгә ингән. Беҙҙең балаларыбыҙ таҙалыҡ яратып үҫергә тейеш.
Арыҫлан ҒӘЛИЕВ, 7-се мәктәп уҡыусыһы:
– Ағиҙел буйын таҙартырға һеңлем һәм әсәйем менән килдек. Тиҫтерҙәремде мәктәптә лә, урамда ла сүп ырғытмаҫҡа, бөхтәлек яратырға, һәр урында ла тәртип булдырырға саҡырам.