Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт һәм беҙ
8 Сентябрь 2025, 16:55

НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…

Күптән түгел Стәрлетамаҡтан бер төркөм хеҙмәт ветерандары  республикала уңышлы эшләп килгән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге проекты сиктәрендә Миәкә районына сәфәр ҡылды. Улар менән беҙ ҙә сәфәргә юлландыҡ. Юлыбыҙ Илсеғол ауылы аша уҙҙы. Бында 2023 йылдың 1 июнендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугир аты Керчьҡа ҡуйылған һәйкәл асылғанлығын белә инек инде. Беҙҙе Илсеғол ауылы китапханасыһы Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова ҡаршы алып легендар аттың яҙмышы хаҡында бәйән итте.

НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…

Фашисты әсирлеккә алған ат.

– Башҡорт генерал-майоры Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы аты хаҡында мәғлүмәт бик күп булған. Хатта уның фотоһы ла һаҡланған. Илсеғол ауылы халҡы ошо атҡа һәйкәл ҡуйырға тип күптән хыяллана ине. Бында 1985 йылдан алып “Ат яратыусылар” клубы эшләп килгән. Был тоҡомло, моһабәт кәүҙәле атты 1941 йылда Өфө ат заводынан һатып алғандар. Һуғыш ваҡытында ошо сыҙамлы, сабыр холоҡло ат өсөн майор Ибраһим Фәттәхов яуаплы булған. Атты һуғышҡа 1942 йылда алғандар. Ул Берлинға саҡлы барып еткән. Ике тапҡыр ҡаты яраланһа ла, тере ҡалған. Беренсе тапҡыр яраланғанда 15 көн, икенсе юлы 1 ай дауалағандар. Уның үҙен нисек тотошона ҡарап, беҙҙең яугирҙар дошмандар бомбаға тотасаҡмы-юҡмы икәнен алдан билдәләгән. Самолеттар яҡынлаша башлау менән Керчь ергә ятҡан, ҡалған аттар өркөп, урманға сапҡан. Ә атыштар ваҡытында ул алға табан бер туҡтамай саба торған булған һәм үҙенә атланған һалдатты ла үлемдән алып ҡалған. Бер ваҡыт ат ҡараусы һалдат Керчьты күҙ уңынан ысҡындырған һәм ул миналы ялан аша уҙып, фашистар булған яҡҡа барып сыҡҡан. Фашистар уны шунда уҡ уратып алған, ә берәүһе хатта атҡа атланған. Тик шул мәлдә көтөлмәгән хәл була: Керчь бөтә көсөнә совет һалдаттары булған яҡҡа саба һәм үҙенән-үҙе дошманды әсирлеккә алған булып сыға. Ул иһә ябай һалдат түгел, ә немец дивизияһы инспекторы булып сыға. “Тел”де эләктергән ат ошо рәүешле батырлыҡ та күрһәткән.

Ә инде һуғыш тамамланғас 112-се Башҡорт кавалерия дивизиһының һуғышта ҡатнашҡан аттарын Әзербайжанға ебәргәндәр. Майор Ибраһим Фәттәхов Керчьты Башҡортостан яғына алып ҡайтырға рөхсәт алған, маршал Буденый фатихаһы менән ул дивизиянан тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер яугир ат була. Уны тимер юл станцияһынан алып ҡайтыусылар, Димгә килеп еткәс, ял итергә туҡтағандар. Шул мәлде Керчь артҡы аяҡтарына күтәрелеп кешнәп ебәргән дә бөтә көсөнә Илсеғолға тиклем сапҡан. Ауылына ҡайтып еткәс, ул ауылды өс тапҡыр әйләнеп сыҡҡан. Керчьтың тап ошо ауылға ҡайтыу мәлен Башҡортостандың талантлы скульпторы, Бөтә донъя татарҙар конгресының “Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн” миҙалына лайыҡ булған Илдус Закиров һынландырған да инде.

Илсеғол ауылы халҡы һөйләүенә ҡарағанда, Керчь һабантуйҙарҙа ҡатнашҡан, халыҡ уны бик яратҡан, хужаһы уны ит комбинатына тапшырмаған. Ат урынына үҙенең һыйырын биреп ебәргән. Шулай Керчь 29 йәшенә еткәндә йылға аша йөк менән сығып барғанда йығылып йән бирә, – тип һөйләне китапханасы Ғәшүрә Хажиәхмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова. Ә инде аттың исеменә килгәндә, тормош тәжрибәһе байтаҡ булған, әлеге сәфәрҙә ҡатнашыусылар төркөмөнөң етәксеһе Тәлғәт ағай Ғәбитов “Керчь, моғайын, “ҡорос” һүҙенән алынғандыр тип фаразланы. Әлбиттә, уйланырлыҡ урын бар бында.

Тау түбәһенә менмәһәк тә…

Артабан юлыбыҙ күркәм бинала бер юлы өс учреждение урынлашҡан клуб, музей һәм китапханаға төштө. Беҙ бында үткән быуаттағы йәшәйеште күҙ алдына баҫтырҙыҡ. Осрашыу сиктәрендә ҡалабыҙҙың Ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Әбделғәни улы Ғәбитов китапханаға республика кимәлендә танылған абруйлы шәхестәр – яҙыусы, “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналисы, Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы лауреаты Фаяз Йомағужиндың һәм “Ашҡаҙар” ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәмил Мансуровтың махсус хәрби операцияға бағышланған китаптарын бүләк итте. Беҙгә Керчь төшөрөлгән магниттар һатып алырға мөмкин булды.

Артабан юлыбыҙ Нарыҫтауға боролдо. Үкенескә ҡаршы беҙгә тауҙың түбәһенә тиклем менергә тура килмәне. Сөнки кистән яуған ямғыр арҡаһында аяҡ аҫтындағы ер ҙә, үләндәр ҙә дымлы ине. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоп тауға күтәрелмәҫкә булдыҡ. Уның ҡарауы беҙ тауға ҡаршы ғына урынлашҡан мәсеткә инеп яҡындарыбыҙға эстән генә доға ҡылдыҡ. Сылтырап ағып торған шишмә һыуын тәмләнек. Кемдер эргәләге махсус эшләнгән һалҡын һыуға инеп ҡойоноп сыҡты. Ҡаланан килеүселәр өсөн был сәфәр эҙһеҙ үтмәне. Ислам дине буйынса иң изге йәндәр күмелгән (бер яғында – Мөхәммәт пәйғәмбәр, икенсе яғында – ҡатындары) Нарыҫтауҙан көс, илһам, йән тыныслығы алып, был сәфәрҙе ойоштороусыларға юл буйы рәхмәт уҡып ҡайттыҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Тәлғәт ҒӘБИТОВ һәм автор фотолары.

Һүҙ сарала ҡатнашыусыларға:

Шакировтар ғаиләһе:

– Бындай сәфәрҙә беҙ беренсе тапҡыр. Барыһы ла уйланылған. Легендар аттың яҙмышы бик тәьҫир итте. Мәсеткә инеп яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ рухына хәйер һалдыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

Галина Морозова, табип:

– Ҡалабыҙҙың Ветерандар советы ойошторған күп сәфәрҙәрҙәрҙә ҡатнашҡаным бар. Бындай сәфәрҙәр күңелгә лә, йәнгә сихәт бирә. Өлкән йәштәгеләр ҡала ығы-зығыларынан арынып, тәбиғәт ҡосағында булып, икенсе һулыштары асылып, йәшәүгә көс алып ҡайталар.

НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
НАРЫҪТАУҘАН КӨС АЛЫП…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас