

Шуға күрә саф һауала ял иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мөһим: сүп-сарҙы йәки ҡоро үләнде ҡалдырмау һәм яндырмау, янғын хәүефле миҙгелдә һәм йыһазландырылмаған урындарҙа усаҡ яғыу, ергә һүндерелмәгән шырпылар һәм тәмәке тартыуҙы ташлау, пиротехниканы ҡулланмау. Әгәр урманда янғын сыҡһа, яҡындағы кешеләргә мөмкин тиклем тиҙерәк хәбәр итергә, шулай уҡ урман һаҡсыларының ҡыҙыу линияһына хәбәр итергә кәрәк: 8-800-100-94-00.
Урмандарҙы һаҡлап ҡалырға һәм уларҙы янғындан һаҡларға «Экологик именлек» милли проекты ярҙам итә. Милли проект буйынса төбәктәргә урман хужалығы һәм янғынға ҡаршы техника паркын яңыртыуға, урман питомниктарын һәм орлоҡсолоҡ үҙәктәрен үҫтереүгә аҡса бүленә. Ошо саралар арҡаһында 2021 йылдан Рәсәйҙә ултыртылған урман майҙаны янғындар һәм ҡырҡыуҙар һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан урман майҙанынан ҙурыраҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА.