Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Тәбиғәт һәм беҙ
15 Сентября , 05:15

Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә

«Республикала экологик мәсьәләләрҙе планлы һәм эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә беҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләү инфраструктураһын булдыра башланыҡ. Сүп-сарҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү һ.б. темаларға ҡарай башлайҙар. Шуға күрә бөгөн, әлбиттә, ҙур илебеҙҙә булған иң яҡшы тәжрибәләрҙе ҡарау ҡыҙыҡлы булыр» тигән ине үҙенең бер сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров..

Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтәСтәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә

Ҡала халҡы үҫентеләрҙе, япраҡтарҙы, айырым сүп-сарҙы йыя. Күп кенә предприятиелар һәм учреждениелар үҙҙәренең эргә-тирәләге территорияларында таҙалыҡ тыуҙыра. Шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа һәм шәхси секторҙа йәшәүселәр йорт яны биләмәләрен таҙартыуға сыға. Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә йәмәғәт урындарын йыйыштырыуҙа ҡатнаша. Яңыраҡ үткән өмәлә бөтәһе 2000-дән ашыу кеше ҡатнашты, 38 берәмек техника йәлеп ителде. 716 куб.м сүп-сар сығарылған. Бының менән өмәләр тамамланмай. Улар 26 сентябрҙә, 3 һәм 10 октябрҙә үтәсәк. Өмәләрҙән тыш, ҡалала йыл һайын үткәрелеүсе «Йәшел Башҡортостан»республика акцияһы уҙасаҡ.

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт бүлегенән алынды.

Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Стәрлетамаҡта экологик өмәләр йыш үтә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас