Бөтә яңылыҡтар
Тамашалар
27 Декабрь 2019, 14:57

Яңы йыл каникулдарында ҡайҙа барырға?

Яңы йыл каникулдарын күңелле һәм файҙалы үткәрәйем тиһәгеҙ, рәхим итегеҙ, беҙҙең ҡалала рәхәтләнеп ял итеү өсөн матур саралар уҙғарыла. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Стәрлетамаҡта уҙасаҡ саралар программаһын тәҡдим итәбеҙ:

31 декабрь
10:00 сәғәттә - Стәрлетамаҡ «Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»ның бар китапханаларында ла «Яңы йыл калейдоскопы», китапханаларҙа Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.
11:00 Стәрлетамаҡ музейҙарында «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Этнография», «Ҡала тарихы», «Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» экспозициялары; «Яңы йыл уйынсыҡтары» күргәҙмәһе, «Шыршы тәтәйҙәре тарихынан» тематик экскурсиялар һәм лекциялар филокартияһы эшләй.
2 ғинуар
10:00 Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында - «Яңы йылды яңы китап менән!», китап һөйөүселәр өсөн Яңы йыл акцияһы.
3 ғинуар
10:00 4-се китапханала – Йәштәр креатив үҙәге. «Яңы йыл идеялары коллекцияһы», китапханаға йөрөүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе.
11:00 Стәрлетамаҡ музейҙарында «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Этнография», «Ҡала тарихы», «Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» экспозициялары; «Яңы йыл уйынсыҡтары» күргәҙмәһе, «Шыршы тәтәйҙәре тарихынан» тематик экскурсиялар һәм лекциялар филокартияһы эшләй.
12:00 Ҡала мәҙәниәт һарайында - «Ер планетаһы сере» Яңы йыл спектакле – театрлаштырылған тамаша, балалар өсөн яңы йыл иртәлеге уҙғарыла.
4 ғинуар
11:00 Үҙәкләштерелгән балалар китапханаһында - «Фәнни шыршы» шоу-проекты. Балалар һәм ололар өсөн интерактив-танып белеү экскурсиялары ойошторола.
11:00 Стәрлетамаҡ музейҙарында «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Этнография», «Ҡала тарихы», «Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» экспозициялары; «Яңы йыл уйынсыҡтары» күргәҙмәһе, «Шыршы тәтәйҙәре тарихынан» тематик экскурсиялар һәм лекциялар филокартияһы эшләй.
17:00 Ҡала мәҙәниәт һарайы «Сода» биҫтәһе халҡы өсөн Яңы йыл дискотекаһы - театрлаштырылған концерт уйын программаһы һәм дискотека ойоштора.
5 ғинуар
11:00 Стәрлетамаҡ музейҙарында «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Этнография», «Ҡала тарихы», «Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» экспозициялары; «Яңы йыл уйынсыҡтары» күргәҙмәһе, «Шыршы тәтәйҙәре тарихынан» тематик экскурсиялар һәм лекциялар филокартияһы эшләй.
12:00 Ҡала мәҙәниәт һарайы «Һыуыҡ бабай - тик торғанды яратмай» - ғаилә ялы көнө ҡышҡы спорт ярыштары ойоштора.
6 ғинуар
11:00 Стәрлетамаҡ музейҙарында «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Этнография», «Ҡала тарихы», «Стәрлетамаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» экспозициялары; «Яңы йыл уйынсыҡтары» күргәҙмәһе, «Шыршы тәтәйҙәре тарихынан» тематик экскурсиялар һәм лекциялар филокартияһы эшләй.
11:00 Үҙәкләштерелгән балалар китапханаһында - «Фәнни шыршы» шоу-проекты. Балалар һәм ололар өсөн интерактив-танып белеү экскурсиялары ойошторола.
14:00 Ҡала мәҙәниәт һарайы балалар өсөн «Өләсәй һандығынан уйындар» халыҡ уйындарын ойоштора.
7 ғинуар
11:00 Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһында (7-се китапхана) – Ғаилә көнө уҙғарыла.
11:00 Балалар өсөн «Маша менән Айыу» тамашаһы;
12:00 Ҡала мәҙәниәт һарайында Раштыуа концерты –ғаилә байрамы.
8 ғинуар
11:00 3-сө китапханала - китапханаға йөрөүселәр өсөн «Яңы йыл мозаикаһы» акцияһы;

Читайте нас в