Әҫәрҙәге малайҙарҙың күлдән балыҡ тотоп, бейек тау башына күлгә ебәрергә тырышыуҙары, шул арҡала төрлө мажараларға тарыуҙары тураһында беҙ 5-се класта уҡығайныҡ. Ә бына артистар уйнауында был повесть йәнле булып күҙ алдыбыҙға баҫты. Театрға класс етәксебеҙ Светлана Тимерғәлиева ойошторған сәйәхәт онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Был спктакль беҙгә шуныһы менән дә ҡыҙыҡ: унда төп ролдәрҙе башҡарған Илһам Рәхимов, Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров, Илфир Баймырҙин, Радик Ғәлиуллин ағайҙар менән бергә беҙҙең гимназия малайҙары Илһам Ғималов, Илдар Тимерғәлиев, Ислам Дәүләтбаев, 21-се мәктәп уҡыусылары Арыҫлан Нагаев менән Аэлина Нагаева ла уйнай. Тиҫтерҙәребеҙҙең килештереп уйнауы һоҡланғыс.
Ябай ауыл малайҙары, әле бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкәндәр кеүек, ҙур хыялдар, оло маҡсаттар менән йәшәй. Улар тыуған ерҙең, тәбиғәттең именлеге, бөтөнлөгө өсөн тырыша. Киләсәк быуындар өсөн дә тәбиғәт мәңге бай, матур булһын өсөн ҡулдарынан килгәнсә көрәшәләр. Малайҙар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бер-береһенең етешһеҙлектәрен асыҡ итеп күҙенә ҡарап әйтеү, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға ташланыу, үҙеңә ҡарата талапсан булыу, яуаплылыҡ тойғоһо, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, һәр саҡ дөрөҫлөктө генә һөйләргә тырышыу кеүек сифаттар беҙгә тормошта иң кәрәкле һабаҡтар икәнен аңланыҡ.
“Өс таған” повесы буйынса ҡуйылған спектакль Стәрлетамаҡ сәхнәһендә генә уйналмай, гастролдәргә алып барыла, фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, улар араһында “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙарҙың VII Халыҡ-ара фестивале – мәртәбәле сара, беҙҙеңсә. Донъя кимәлендәге сарала Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын танытыуҙа беҙҙең малайҙар ҙа өлөш индереүе – беҙгә йәнә ғорурлыҡ. Киләсәктә лә беҙ театр сәнғәтенең дуҫтары булып ҡалырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Жәлил Кейекбаев исемендәге
3-сө гимназия уҡыусылары.