Бөтә яңылыҡтар
2019 – Театр йылы
31 Май 2019, 12:39

ТЕАТР – СӘНҒӘТТЕҢ ИҢ ЮҒАРЫ НӨКТӘҺЕ

Стәрлетамаҡта “Комедия жанрына заманса ҡараш” тип исемләнгән театр лабораторияһы үҙ эшен тамамланы. Был сара Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы грантына уҙғарылды. Лабораторияны ҡала сиктәрендә танылған режиссер Зиннур Сөләймәнов етәкләгән Заманса драматургия һәм режис-сура үҙәге ойоштороп алып барҙы. Эш тәртибе ике майҙанда – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә һәм Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театрында ҡоролдо.

Мәскәүҙән саҡырылған ҡунаҡтар – театр белгестәре сафын Театр сәнғәтенең Рәсәй институты (ГИТИС) театр тарихы кафедраһы доценты Анна Степанова (проекттың модераторы), журналист, тәнҡитсе, “Алтын битлек” милли театрҙар премияһының эксперт советы ағзаһы Владимир Стешков, Мәскәү балалар театры директоры Маргарита Модестова тулыландырҙы. Шулай уҡ буласаҡ тәнҡитселәр Евгения Ноздрачева менән Варвара Андреева, институтта уҡып ҡына йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, театр донъяһына үҙҡарашлы, төплө фекерле булыуҙары менән хайран ҡалдырҙы.
Ҡыҫҡаса лабораторияның көндәлегенә байҡау яһап үтәйек. Тәүге көндә ҡунаҡтарға М.Кәримдең “Өс таған” спектакле тәҡдим ителде һәм барыһын да үҙенә ғашиҡ итте. Тәү нәүбәттә, артистарҙың юғары уйыны билдәләнде. Артабан иһә Анна Степанова “Заманса театр үткән һәм киләсәк арауығында” тигән темаға ентекле итеп сығыш яһаны. Бигерәк тә төбәктәрҙә урынлашҡан милли театрҙарға ҡағылышлы төплө һығымталар килтерҙе ул үҙенең докладында. Был йүнәлештә йәштәрҙе йәлеп итерҙәй спектаклдәргә, бигерәк тә комедия жанрына өҫтөнлөк бирергә кәрәк, тине. Милли театрҙарҙа йәшәп килгән бер төрлөлөктән ҡотолоу, эксперименталь майҙандарҙы йән-ләндереү, йолаларҙы заманға яраҡ-лаштырыу юлдарын эҙләргә кәңәш итте. Хәйер, был йәһәттән беҙҙең театр күптән эш алып бара ла инде.
Артабанғы көндәр ҙә эшлекле үтте. Төбәктәрҙәге театрҙарҙың “Алтын битлек” премияһына тәҡдим ителеү тәртибе, үҙенсәлеге һәм тамашасыны йәлеп итеү ысулдары хаҡында В.Стешков һәм М.Модестрова менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды.
Дүртенсе көндә башҡорт театры менән рус театры берлегендә “Федор” (А.Бескоровайный) исемле пьеса уҡылды. Театр һөйөүселәр көслө хис-тойғолар уятҡан был әҫәрҙе сәхнәлә күреп, ҡәнәғәт ҡалды.
Аҙаҡҡы көндәр ГИТИС-тың режиссерлыҡ факультеты студенттарының эскиз спектаклдәрен ҡарауға бағышланды. Рус драма театрында, башҡорт театрында йәш егеттәр үҙҙәренең режиссерлыҡ һәләттәрен һынап ҡараны. Кишенев ҡалаһында тыуһа ла, тамырҙары Баймаҡ районына барып тоташҡан Тимур Ғәлиев – “Өләсәй” (“Ба”) спектакле, ә Монголия яҡтарынан Энхбат Ендошаров “Ирекле парҙар” тигән спектаклдәргә эскиздар эшләне. Өс көн эсендә яңы сәхнә әҫәрен тыуҙырыуҙы күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел һымаҡ?! Ә бына театрыбыҙ егеттәре һәм ҡыҙҙарының тырышлыҡтары менән йөкмәткеле, йәнле генә эскиздар килеп сыҡты. Тәнҡитселәр үҙ һүҙҙәрен әйтте әйтеүен, ә иң мөһиме – режиссерҙар һәм артистарыбыҙ ҡәнәғәт ҡалды.
Ошо алты көн эсендә Стәрлетамаҡ театр һөйөүселәрҙе берләштергән, ихласлыҡ менән һуғарылған йәнле бер театр ҡаласығына әүрелде. Артистар – театрҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн тәжрибә мәктәбе, тиһәк тә хата булмаҫ. Һәр яңылыҡҡа, аралашыуға асыҡ булған театр-концерт берләшмәһе етәкселегенә, әлбиттә, рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Зиннур Фәрит улы менән бер һөйләшкәндә: “Театр – ул сәнғәттең, мәҙәниәттең иң юғары нөктәһе”, – тип әйткәйне. Лабораториянан һуң был һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәгә эйә булыуына йәнә инандым. Тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн заман менән бергә атлау, камиллашыу фарыз. Бергәләп эшләһәк – һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА.
Читайте нас в