Бөтә яңылыҡтар
2019 – Театр йылы
16 Август 2019, 13:48

Романды нисек сәхнәләштерергә?

Романды нисек сәхнәләштерергә?“Яҡтыкүл” шифаханаһы базаһында “Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы” республика үҙәгенең сираттағы ижади лабораторияһы үткән. Был хаҡта беҙгә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры режиссеры Зиннур Сөләймәнов хәбәр итте.

“Заман прозаһын инсценировкалау” лабораторияһының беренсе этабында биш проза авторы: Мөнир Ҡунафин, Таңсулпан Ғарипова, Игорь Савельев, Михаил Чванов, Ростислав Мырҙағолов һәм биш драматург: Марат Мөхлисов, Вадим Богданов, Екатерина Тимофеева, Владимир Жеребцов, Антон Бескоровайный ҡатнашҡан.
Проект етәкселәре Искәндәр Сакаев менән Ярослава Пулинович Санкт-Петербургтан махсус рәүештә саҡырып килтерелгән. Сарала ҡатнашыусыларға бер нисә йүнәлеш буйынса башҡорт ижадсыларының тормоштан алынған биш әҫәре тәҡдим ителгән.
“Проекттың төп маҡсаты – үҙебеҙҙең яҙыусы-ларыбыҙҙың әҫәрҙәрен төрлө жанрҙарҙа ҡулланыу”, – тип аңлатты проект авторҙарының береһе Зиннур Сөләймәнов. – Әйтәйек, проза әҫәрен драматургия жанрына күсереү, йәғни пьесаға әйләндереү. Драматургия – ул театр өсөн махсус яҙылған әҫәр. Пьесаны драматург үҙе яҙа, ә прозанан алынған әҫәр инсценировка тип атала. Уның үҙенең алымдары, тәртибе бар. Әйтәйек, ике битлек проза әҫәрен бер һөйләм менән генә аңлатырға өйрәнеү”.
Әҫәрҙәрҙе драматургия нигеҙенә һалырға өйрәнеү – был тәүге этап. “Заман прозаһын инсценировкалау” – ижади лабораторияның беренсе этабы шуның менән тамамланған. Ә икенсе этабы сентябрҙә старт аласаҡ.
Р. ҠобағошовА.
Читайте нас в