Бөтә яңылыҡтар
2019 – Театр йылы
26 Декабрь 2019, 18:40

Һеҙҙе театрлаштырылған тамаша көтә!

30 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә “Стәрлетамаҡ-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары “Бремен музыканттары. Беҙҙең көндәр...” тип аталған тамаша күрһәтә.

Был музыкаль-театрлаштырылған тамаша өр-яңы форматта күрһәтелә. Бында филармония солистары, Бейеү театры, рус халыҡ инструменттары оркестры ҡатнаша. Программа төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. Тамаша бушлай күрһәтелә, рәхим итегеҙ!
Читайте нас в