Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Ноябрь 2018, 15:36

Ағиҙел аша күпер асылды

Ниһайәт күпер асылды. Иртән махсус хеҙмәт юл ситендәге билдәләрҙе, бетон сикләүҙәрҙе алғандан һәм юлдағы ҡарҙы таҙартҡандан һуң тәүге автомобилдәр сәфәргә юлланды ла.

Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһын Шахтау биҫтәһе һәм Ишембай районы менән тоташтырып торған күпер бынан бер ай
элек капиталь ремонтҡа ябылғайны. Ниһайәт, йәкшәмбе күпер асылды.
Иртән махсус хеҙмәт юл ситендәге билдәләрҙе, бетон сикләүҙәрҙе алғандан һәм юлдағы ҡарҙы таҙартҡандан һуң тәүге автомобилдәр сәфәргә юлланды ла. Тик шуныһы: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов белдереүенсә, хәрәкәт итеү еңелавтомобилдәр өсөн генә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел йылғаһы аша һалынған был конструкцияла йәй көнө башта тишек барлыҡҡа килде, аҙаҡ күперҙең таяуҙары ла авария хәлендә икәнлеге асыҡланды. Бағаналар ярылғайны.
Тотош ябылып торған күпер башта ноябрь аҙағына асыласаҡ тип планлаштырылғайны, тик, һауа шарттары үҙгәреп тороу сәбәпле, конструкцияны асыу көнө декабрь башына күсерелеүе ихтимал, тигән мәғлүмәт тә барлыҡҡа килде. Әммә ремонтсылар һүҙендә торҙо һәм еңел автомобилдәр елдерә лә инде. Йөк машиналары ҡасан йөрөй башлар – әлегә билдәһеҙ ҡала.
Ремонт эштәренә килгәндә, таяуҙарға 90 кубометр бетон ҡойолған. Сығымдар 10 миллион һум тәшкил иткән.
Читайте нас: