Тендер документтарынан күренеүенсә, был сумма шулай уҡ Дим юлын, Мелькомбинат ҡасабаһына һәм «Мега» сауҙа үҙәгенә инеү юлын, Ағиҙел аша ике күперҙе тәртиптә тотоуға йүнәлтелә. Бынан алда Өфө — Аэропорт трассаһын ҡарауға контракттарҙы «СУРСИС» муниципаль унитар предприятиеһы алғайны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Росавтодор» етәксеһенә юлдың күперҙән алып М5 трассаһы менән сиселешкә тиклемге өлөшөн федераль милеккә ҡабул итергә тигән тәҡдим индерҙе. Был осраҡта ҡала бюджеты һиҙелерлек «кәмейәсәк». «Росавтодор» башлығы Андрей Костюк тәҡдимде хупланы.
http://www.bashinform.ru/news/1243322-byudzhet-ufy-vydelyaet-127-mln-rubley-na-soderzhanie-trassy-do-aeroporta/