Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа һәм Өфө мэры Өлфәт Мостафинға тиҙ арала яңы күпер төҙөй башлау уңайынан кәрәкле процедураларға тотонорға ҡушты.
Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Росавтодор» етәксеһе менән осрашыуҙа Стәрлетамаҡты урап үткән участканы дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеп, Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлын төҙөкләндереү мәсьәләһе лә тикшерелеүен билдәләне.
«Был — Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ингән ҡеүәтле кластер. «Росавтодор» беҙгә ярҙам итергә әҙер, был мәсьәләне бергәләп өйрәнегеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының яҙмышы әлегә асыҡ түгел. «Берлектә финанслауҙың роле ниндәй, уның менән нимә эшләргә кәрәклеген бергәләп аңлау зарур, әлегә был ҙур проблема», — тине Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1242994-ufa-poluchit-2-5-mlrd-rubley-na-stroitelstvo-novogo-mosta-cherez-beluyu-na-yuzhnom-vyezde/