Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов ошо турала хәбәр итте.
«Йыл һайын 4 меңгә яҡын подъезды ремонтлау күҙаллана. 2019-2024 йылдарҙа бөтәһе 26 мең подъезды төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Шуның 4 меңен – ағымдағы йылда», — тип билдәләне ул.
Программаны тормошҡа ашырыу осорона финанслау 6 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Ошо сумманың 1 миллиард һумға яҡыны 2019 йылда подъездарҙы ремонтлауға йүнәлтелә.
Юрий Палтусов һүҙҙәренсә, 20 февралгә тиклем күп фатирлы йорттарҙа фатир милекселәренең дөйөм йыйылыштары була. Унда башҡарылырға тейешле эштәр исемлеге, шулай уҡ күршеләр араһынан эштәрҙе контролдә тотоу һәм ҡабул итеү өсөн яуаплы кеше билдәләнергә тейеш.
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауҙы 1 ноябргә тамамлау күҙаллана, тип өҫтәне Юрий Палтусов.
http://www.bashinform.ru/news/1265960-na-remont-podezdov-v-mnogokvartirnykh-domakh-bashkirii-vydelyat-6-mlrd-rubley/