Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Февраль 2019, 13:21

Башҡортостанда йәшәүселәр нисек итеп подъездарын ремонтлата ала. Иң мөһиме

Республика етәкселеге күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға алты миллиард һум аҡса бүлде. Ошоға ярашлы, киләһе йылдарҙа 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк, шуның дүрт меңгә яҡыны ағымдағы йылда ремонтланасаҡ. Был ниндәй программа, унда нисек ҡатнашырға — ошо хаҡта ентеклерәк һөйләмәксебеҙ.

Йорттоң программаға индерелеүен нисек белергә?
Бөтә ҡалаларҙың һәм райондарҙың хакимиәттәре быйылғы йылға (ҡайһы берәүҙәр өс йылға) эш күләмен билдәләне. Үҙегеҙҙең ҡала, район һәм йорт адресын түбәндәге һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: https://house.bashkortostan.ru/activity/13030/. Һеҙ йәшәгән йортта ҡасан ҡыйыҡты йүнәтәсәктәрен, лифтты йәки электр сымдарын алмаштырасаҡтарын белгегеҙ килһә, төбәк операторы сайтына мөрәжәғәт итегеҙ: http://kapremont02.ru/find-a-home/
Торлаҡ хужаларына нимәләр
эшләргә кәрәк?
Һеҙҙең йортоғоҙ әлеге исемлеккә индерелгән булһа ла, милек хужалары февраль уртаһына тиклем йыйылыш уҙғарып, ике мөһим һорауҙы хәл итергә тейеш: 1) подъезда ниндәй эштәр башҡарыу бурысы тора; 2) йортта йәшәүселәр исеменән кем тулы хоҡуҡлы рәсми вәкил булып сығыш яһаясаҡ. Ул намыҫлы, яуаплы һәм хөрмәт ҡаҙанған кеше булырға, эшселәр тарафынан һәр бурыстың теүәл үтәлеүен контролдә тоторға тейеш. Эште тапшырыу тураһындағы актта уның ҡултамғаһы булмаһа, подрядсыларға аҡса түләнмәй.
Подъездарҙың стеналарын ғына буяу күҙалланамы әллә башҡа төрлө эштәр ҙә башҡарыласаҡмы?
Йорттарҙың ишектәре, тәҙрәләре, почта йәшниктәре алмаштырыласаҡ, энергияны һаҡсыл ҡулланған яҡтыртыу лампалары, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ, подъезға инеү урындары, баҫҡыстар, пандустар ремонтланасаҡ. Беренсе ҡаттың иҙәненә керамик плитә түшәү, әгәр ул таҡтанан булһа, яңыртып буяу күҙаллана. Подъездың түбәһен, стеналарын, баҫҡыс тотонғостарын, сүп-сар ебәреү торбаларының ҡапҡасын, рәшәткәһен яңыртыу бурысы тора. Ниндәй төҫкә икәнен торлаҡ хужалары үҙҙәре хәл итә.
Видеокүҙәтеү? Ә ул рөхсәт ителәме?
Эйе, һеҙ дөйөм йыйылышта видеокүҙәтеү системаһы ҡуйҙыртыу өсөн тауыш биреп, уны башҡарылаһы эштәр исемлегенә индерә алаһығыҙ. Әммә абонент түләүен үҙ кеҫәгеҙҙән түләргә тура киләсәк.
Бының өсөн һәр фатирҙан аҡса йыйырға кәрәкме?
Юҡ, программа тулыһынса бюджет иҫәбенә финанслана. Бында һеҙ ай һайын түләгән капиталь ремонт аҡсаһы тураһында ла һүҙ бармай. Ул билдәле тәртипкә ярашлы, ҡыйыҡты, электр үткәргестәрҙе, һыу торбаларын ремонтлауға тотоноласаҡ.
Шәп! Тик нисек итеп тиҙ арала йыйылыш үткәрергә?
Йорт янындағы иғландар таҡтаһына күҙ һала йөрөгөҙ — йыйылышты һеҙҙең идарасы компания һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре ойошторасаҡ. Эштәрҙе башҡарыуға тендерҙар уҙғарып өлгөрөү өсөн улар быны февраль аҙағына тиклем атҡарырға бурыслы.
Әгәр тәжрибәгеҙ һәм теләгегеҙ булһа, көтөп тормағыҙ, үҙегеҙ үткәрегеҙ. Протоколдар бланкыһын идарасы компаниянан алырға мөмкин.
Шуны белеү мөһим: дөйөм торлаҡ майҙанының яртыһынан күбеһенең милекселәре ҡатнашҡан осраҡта ғына йыйылыш хоҡуҡи көскә эйә тип билдәләнә. Әгәр йорттағы фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 1000 квадрат метр тәшкил итһә, шуның кәм тигәндә 501 квадрат метрының хужалары йыйылышта ҡатнашырға тейеш. Был осраҡта һәр бер кеше әһәмиәткә эйә! Һеҙ бармаһағыҙ, күршегеҙ баш тартһа, йыйылыш ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табыласаҡ һәм аҡса башҡа йорт мәнфәғәттәренә китәсәк. Ҡатнашып, аҡса алырға теләүселәр күп.
Ә ихатаны матурлау мөмкинлеге бармы?
Юҡ, ихаталар өсөн «Башҡортостандың уңайлы ихатаһы» тип аталған айырым программа булдырылған, уға өс миллиард һум аҡса бүленә. Был аҡсаға 480 ихатаны һәм 142 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Уларҙа йәйәүлеләр өсөн юлдарға асфальт түшәләсәк, автомобиль ҡуйыу урындары булдырыласаҡ, эскәмйәләр һәм сүп-сар йәшниктәре, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә балалар майҙансыҡтары өсөн йомшаҡ япманың мотлаҡ булыуы, унһыҙ подрядсыларҙың документтарына бер кем дә ҡул ҡуймаясағы хаҡында белдерҙе.
Бик һәйбәт! Ике программала ла ҡатнашырға мөмкинме?
Мөмкин! Был ҡарар дөйөм йыйылышта ҡабул ителергә тейеш. Әммә бер шарты бар: «Башҡортостандың уңайлы ихатаһы» программаһында ҡатнашыусылар проектты финанслауға үҙ өлөшөн индерергә — уның хаҡының яҡынса биш процентын үҙҙәре йыйырға тейеш. Ғәҙәттә, бер фатирҙан 100-300 һум тура килә.
Стәрлетамаҡта ниндәй йорттар яңыра?
Быйыл Стәрлетамаҡта ремонтланасаҡ подъездарҙың яҡынса исемлеге билдәле булды. Түбәндә һанап кителгән йорттарҙа ремонтҡа мохтаж подъездар ғына төҙөкләндереләсәк:
Ике ҡатлы йорттарҙан: Локомотив урамы, 15-се йорт, К. Маркс урамы, 158, Л.Смирнов урамы, 25, Р.Люксембург урамы, 3-сө һәм 5-се йорттар, Рәсәй урамы, 16, Механизация урамы, 3а, Хәрби интернационалистар урамы, 21-се, 22, 23, 24, 25, 26, 27, 28, 31, 32, 33, 34, 35, 36, 37, 38, 40, 40А, 42, 44, 44А, 46-сы йорттар, Өфө урамындағы 39-сы һәм 43-сө йорттар, Республика урамы, 18, 23 Май урамы, 2а, Вокзал урамы, 2д, Туҡаев урамы, 1, Яҡутов урамындағы 11-се, 13-сө, 15-се, 26-сы йорттар, Фурманов урамындағы 12-се һәм 14-се йорттар, С.Юлаев урамындағы 1-се, 3-сө, 5-се йорттар, Социалистик урамындағы 20-се, 26, 27, 29, 30-сы йорттар, Одесса урамындағы 2-се, 18-се, 32-се, 32А, 34, 34А, 40-сы йорттар, Ленин проспектындағы 23-сө йорт, Геологтар урамы, 2А, Гранит урамы, 1-се, 6, 8-се йорттар, Ломоносов урамы, 20, 22, 24, 26, 28, 30, 32,34, 34А,36, 38, 40-сы йорттар.
Биш ҡатлы йорттарҙан: Макаренко урамы, 2а, 2б йорттары, Бородин урамы, 5, 7, 9-сы йорттар, Кочетов урамы, 24-се, 24А, 24Б, 24Г, 24Д, 24Е, 32-се йорттар, Черняховский урамы, 5-се, 14а йорттары, Голиков урамы,22А, 22Б, 24А, 26-сы, 28-се йорттар, Ленин проспекты, 44-се йорт, К.Либкнехт урамы, 14-се йорт, Урман урамы, 61-се йорт, Хоҙайбирҙин урамы, 122-се, 162, 101, 101А йорттары, Дуҫлыҡ урамы, 18-се, 23-сө, 36А, 36Б, 42, 43-сө йорттар, Ноғоманов урамы, 25Е йорто, Вокзал урамы, 12а йорто, Курчатов урамы, 8, 14-се йорттар, Гоголь урамы, 130А, 143-сө йорттар, Ленин проспекты, 16, 40А, 87-се йорттар, Чехов урамы, 8, Депо урамы, 21, Революция урамы, 16, Блюхер урамы, 21, Сазонов урамы, 22, Коммунистик урамы, 4, Артем урамы, 3, 9-сы йорттар, Щербаков урамы, 13, Шайморатов урамы, 3, Волочаевский урамы, 13-сө, 20-се йорттар, Завод урамы, 25, Элеватор урамы, 80А, Тимер юл урамы, 52, Йылға урамы, 1, Николаев урамы, 4-се, 10-сы йорттар, Свердлов урамы, 71.
Туғыҙ ҡатлы йорттарҙан: Коммун-истик урамы, 35-се, 43-сө, 73-сө йорттар, Баҫыу урамы, 13-сө, 17, 21-се йорттар, Суханов урамы, 12, 14, 16, 18, 20, 22, 26-сы йорттар, Гоголь урамы, 112-се, 141-се йорттар, Октябрь проспекты, 59-сы, 77-се йорттар, Чапаев урамы, 87, Артем урамы, 1, Хоҙайбирҙин урамы, 145-се, 196-сы йорттар, И.Насири урамы, 6, Шәфиев урамы, 3-сө йорт һәм башҡалар.
Тулы исемлек менән ҡала хакимиә-тенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүле-гендә танышырға мөмкин.
Читайте нас: